ТИМЕР‑БЕТОН, монолит төҙөлөш материалы, бетон ҡатышмаһын ҡорос арматура м‑н берләштереү технологияһы б‑са эшләнә. Бетон м‑н арматураның Т.‑б. уртаҡлығы уларҙың ныҡ тоташыуы һәм һыҙыҡлы киңәйеү т‑раһының коэф. ҡиммәттәре яҡынлығы (‑40° алып 60°C тиклем) м‑н тәьмин ителә. Ябай һәм алдан ҡатырылған (ярылыуға тотороҡло) Т.‑б. айырыла. Ауырлыҡты тотоп тороу һәләте хас, статик һәм динамик йөкләнешкә бирешмәй, оҙаҡҡа сыҙай, утта янмай. Т.‑б. әҙерләр өсөн В10—60 класлы бетон ҡулланыла; бетон ҡатышмаһы минераль бәйләүес матдәләрҙән (портландцемент, шлакопортландцемент), ваҡ (йылға ҡомо) һәм эре (5—40 мм орлоҡ ҙурлығындағы ваҡ таш, ҡырсынташ) тығыҙлағыстарҙан һәм һыуҙан, ш. уҡ һығылмалылыҡты, ныҡлыҡты, һыуыҡҡа һәм тутығыуға тотороҡло булыуҙы һ.б. эксплуатацион үҙенсәлектәрҙе арттыра торған химик өҫтәмәләрҙән тора. Арматура итеп стерженлы (диам. 10—40 мм) эҫе килеш йәйелгән (А240—А1000) һәм термик нығытылған (Ат400с—Ат1200с) ҡорос, ябай (Вр500—600), үтә ныҡлы (Вр1000—1500) һәм канат (К‑7, К‑19) сымы (диам. 3—8 мм) файҙаланыла. Т.‑б. торлаҡ, сәнәғәт һәм гидротехник (ҡара: Гидротехник ҡоролмалар) төҙөлөштәрҙә ҡулланыла. Башҡортостанда Т.‑б. һәм тимер-бетон конструкциялар етештереү 20 б. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында башлана. Республика пр‑тиеларында ш. уҡ цемент (“Сода» ААЙ), тығыҙлағыстар (Башҡортостан карьер идаралығы, Мансур төҙөлөш материалдары комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты), арматуралау өсөн ҡорос (Белорет металлургия комбинаты) һ.б. компоненттар сығарыла.

В.В.Бабков, Ә.Ә.Шәймөхәмәтов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова