ТИМЕР (Ferrum), Fe, Д.И.Менделеев периодик системаһының VIII төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы билдәле, радиоактив изотоптары бар. Көлһыу көмөш төҫөндәге һығылмалы металл, tиреү 1534 °С, t ҡайнау 2870 °С, тығыҙлығы 7874 кг/м3. 769 °С тиклем магнит үҙенсәлектәрен һаҡлай; артабан йылытҡанда структур модификацияһын үҙгәртә. Дымлы һауала еңел окислана (ҡара: Коррозия); азот, галогендар, көкөртһәм углерод м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә; концентрацияланған азот һәм көкөрт кислоталары Т. пассивлаштыра. Кеше, хайуан һәм үҫемлектәрҙең йәшәүе өсөн кәрәк; ҡайһы бер аҡһымдар (башлыса гемоглобин), ферменттар һ.б. берләшмәләр составына инә; Т. етешмәү Т.‑дефицитлы анемияға килтерә, үҫемлектәрҙә хлороз һ.б. башлана. Борондан билдәле (ҡара: Тимер быуат). Башҡортостанда саф тимер, минералдар – магнетит, лимонит, пирит, сидерит һ.б. рәүешендә осрай. Т. сәнәғәттә эшкәртеү 18 б. Белорет заводында, Ҡағы заводында, Тирлән заводында, Үҙән заводында, Әүжән‑Петровск заводтарында һ.б. тау заводтарында башлана. Суйын, булат һәм ҡойолған ҡорос, табаҡлы, буй һәм сым Т. алына. Т. крица горнында суйынды эшкәртеп, аҙағыраҡ пудлингылап етештерелә; 19 б. 40‑сы йй. юғары сифатлы ҡорос сығарыу өсөн ҡулланылған контуаз Т. етештереү үҙләштерелә. 1913 й. Белорет заводында 8,2 мең т суйын, 39,4 мең т ҡорос, 30,2 мең т прокат сығарыла. 21 б. башында РФ‑та Белорет металлургия комбинаты— ассортименты 35 меңдән ашыу төрҙән торған металл әйберҙәр етештереүҙең тулы металлургия циклы булған берҙән‑бер предприятие. Тимер мәғдәндәренән суйын (домна мейесендә) һәм ҡорос (мартен мейесендә) рәүешендә алына. Т. нигеҙендә ш. уҡ ферроиретмә (ҡатыштырылған ҡорос етештереүҙә файҙаланыла) һәм прецизион иретмәләр сығарыла. Үтә таҙа Т. магнит таҫмаларҙағы плёнканы ялатыр өсөн, катализатор сифатында, Т. яһалма радиоактив изотоптары технологик һәм биол. процестарҙы тикшергәндә индикатор сифатында ҡулланыла. Т. иретмәләре (бөтә металл продукцияның яҡынса 95%‑ы) машиналар эшләүҙә һәм БР сәнәғәтенең башҡа өлкәләрендә файҙаланыла. Улар нигеҙендә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эске яныулы двигателдәрҙең, авиация двигателдәренең һәм энергетика ҡулайламаларының деталдәре, “Витязь” ААЙ‑нда — вездеход деталдәре, Өфө агрегат производство берекмәһендә — авиация техникаһы агрегаттарының һәм көнкүреш приборҙарының деталдәре, Күмертау авиация производство предприятиеһында вертолёт, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарының деталдәре, “Гидравлика” ФДУП‑ында авиация техникаһының гидравлик системалары сығарыла. Прецизион иретмәләр нигеҙендә Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә электр двигателе, трансформатор, датчик деталдәре һ.б. етештерелә.

Г.А.Салищев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова