БАЛАНОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Дим р‑ны).

Өфө өйәҙендә, фаразланыуынса, Гилёвтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. 1865 й. Б. (Гилёв, Рыжкин, Воеводский, Троицкий) 2 йортта 18 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. аҙағына Б. Воеводский (Троицкий, Мешалкин, Александровка) һәм Гилёв (Предтечин) аа. (икеһе лә 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән) ҡушылған. Халҡы: 1906 й. — 29 кеше; 1920 — 194; 1939 — 286; 1959 — 844; 1989 — 803 кеше. 1992 й. Өфө р‑нының Жуков а/с ҡараған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика