“ТЕХНОЛОГ”, ғилми‑производство берекмәһе, ААЙ. Аҙ күләмле химия продукттары технологияларын эшләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составына ғилми‑тикшеренеү лаб., производство цехтары, механика һәм коммерция хеҙмәттәре, фәнни‑техник китапхана инә. 2009 й. 100 кеше эшләгән, ш. иҫ. 1 фән кандидаты. Продукцияһын (30‑ҙан ашыу төр) төп ҡулланыусылар — БР‑ҙың, РФ‑тың, яҡын сит илдәрҙең машиналар эшләү, химия, нефтехимия, нефть сығарыу, күн эшкәртеү сәнәғәттәре пр‑тиелары. 1988 й. “Каустик” Стәрлетамаҡ ПБ‑ның (ҡара: “ГосНИИхлорпроект”) фәнни бүлеге базаһында “Т.” ҡуртым ҒПБ булараҡ ойошторола, 1995 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында күн эшкәртеү сәнәғәте өсөн ТЭАМСИК (тире өсөн), Эластин (күн өсөн) маркалы майлаусы композициялар, балауыҙ эмульсияһы (күндән эшләнгән юғары сифатлы әйберҙәр өсөн); нефть сығарыу сәнәғәте өсөн — ЛПЭ сериялы бактерицидтар (сульфат тергеҙеүсе бактерияларҙы бөтөрөр өсөн); ер аҫтындағы нефть һәм һыу үткәргестәрҙе һаҡлар өсөн ГПБ‑1т ерлеге (елем, праймер) уйлап табыла. 2002—05 йй. гальванизация м‑н цинклау өсөн ЦМ, ЦПБ, ЦБ, ЦВБ, КЦ‑1А, КЦ‑2А һәм никелләү өсөн НБ‑1, НБ‑2 маркалы ялтырауыҡ барлыҡҡа килтергән өҫтәмәләр, цинк япмаларын пассивлаштырыу өсөн РПЦ, РПЦ‑2, БПЦ‑3, БПЦ‑5 маркалы композициялар, ВПК‑10 (ялтырауыҡ барлыҡҡа килтергән өҫтәмәләрҙең төп компоненты), ВПК‑10Б (ағынты һыуҙарҙы таҙартыр өсөн флокулянт), ВПК‑10И (к‑та м‑н ағыулау ингибиторы) маркалы полимер дүртенсел тоҙҙар, БТ‑5100 лагы һ.б. (ялтырауыҡ барлыҡҡа килтергән өҫтәмәләрҙең, майлау‑һыуытыу шыйыҡлыҡтарының, майлаусы композицияларҙың компоненттары, нефть эреткестәре) технологиялары эшләнә һәм етештереү үҙләштерелә. 2008 й. нефть сәнәғәте өсөн Поиск коррозия ингибиторы уйлап табыла. Дир. — Ю.Д.Морозов (1988 й. алып).

Ю.Д.Морозов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.