ТЕРМОЭЛАСТОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к э л а с т о м е р ҙ а р, эластомерҙар (эксплуатация шарттарында кире ҡайта торған деформацияға һәләте булыу) һәм термопластарҙың (юғары т‑рала ағыусанлыҡ һәләте булыу) үҙенсәлектәрен берләштергән полимер материалдар. Нигеҙендә диенвинилароматик, уретан, полиэфир, полиолефин, полиэфирполиамид, силоксан, составына галоген, фосфор ингән һ.б. полимерҙар булған Т. айырыла. Т. — блоксополимерҙар, макромолекулаларында полибутадиен, полиизопрен, этилен м‑н пропилен сополимерҙарының һығылмалы блоктары ҡаты термопластик полистирол, полиэтилен һ.б. блоктар м‑н сиратлашыуы билдәле бер законлыҡҡа буйһона. Т. үҙенсәлектәре блоктарҙың тибына, мол. м. һәм нисбәтенә, структураның үҙенсәлектәренә (тап килмәгән термодинамик гомополимерҙарҙың ике фазалы системалары) бәйле. Ныҡ ҡуйы, гополимерҙар ҡатышмаһынан айырмалы рәүештә домендарының бәләкәй үлсәмле булыуы арҡаһында үтә күренмәле. Антиоксиданттар, яҡтылыҡ стабилизаторҙары, химик модификациялар м‑н стабилләштерелә. Сомономерҙарҙы эҙмә‑эҙлекле каталитик полимерлаштырып, олигомерҙарҙы сикке функциональ төркөмдәр м‑н поликонденсациялап, мономерҙарҙы интермономер (өсөнсө мономер) ҡатнашлығында реакцияға һәләтле төрлө төркөмдәр м‑н сополиконденсациялап, полимерҙар ҡатышмаһын механик‑химик эшкәртеп, тармаҡлы Т. ике блоклы йәнле полимерҙарҙы полифункциональ агенттар м‑н ялғап алына. Баҫым аҫтында ҡойоп, экструзия, вальцовкалау, шымартыу м‑н эшкәртелә. Машиналар эшләүҙә, мед. сәнәғәтендә, төҙөлөштә (автомобиль юлдары һалыуҙа), резина‑техник изделиелар, герметиклаштырыусы составтар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, кабель тыштары, полимер елемдәр, яһалма күн һ.б. етештереүҙә; ш. уҡ термопласт м‑н эластомерҙың үҙенсәлектәрен модификациялау өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башлап төрлө Т. алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Химия ин‑тында (А.А.Андрусенко, И.А. Ионова, Ю.Б.Монаков) “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ААЙ (З.А.Санкина) м‑н берлектә туйынмаған органик к‑талы (функциональ төркөмдәрҙең тибына, һанына, водород, ион бәйләнештәре барлыҡҡа килтерергә һәләтле булыуына бәйле) этилендың статистик, ялғанған сополимерҙары синтезлана һәм физик‑механик үҙенсәлектәре өйрәнелә. Олигоизобутиленалюмоксан блоксополимерҙары нигеҙендә олигоизобутиленды ос алюминорганик төркөмдәр һәм триэтилалюмин м‑н бергә гидролизлап һәм конденсациялап Т. алына (И.К. Прокофьев, Ю.А.Сангалов); алюмоксан фрагменттарында гидроксиль төркөмдәр булыуы продукттарҙың һалҡында үҙгәрә алыуын кәметә, каучук үҙенсәлектәрен билдәләй. БДУ‑ла Бөтә Рәсәй кабель сәнәғәте ҒТИ (Мәскәү) һәм “Уфаоргсинтез” ААЙ м‑н берлектә РФ‑та тәүге тапҡыр динамик вулканизация ысулы м‑н полипропилен һәм 02035‑305К маркалы этилен‑пропилендиен каучук нигеҙендә Т. алыу технологияһы эшләнә (Р.Н.Ғимаев, Р.И.Әбләев) һәм 2000 й. “Уфаоргсинтез” пр‑тиеһында производствоға индерелә (кабелдәрҙең изоляцияһы һәм тышы өсөн ғәҙәттәге резина һәм поливинилхлорид пластиктар урынына ҡулланалар). “АМЕРиКо” ЯАЙ‑нда (Өфө) “Полимер-Компаунд” ғилми‑производство компанияһы (Томск ҡ.) м‑н берлектә термопластик винил эластомер нигеҙендә нефть продукттарына бирешмәй торған Тамерлен һәм ТЭП‑PVC 02‑01 маркалы компаунд уйлап табыла, “АМЕРиКо” ЯАЙ‑нда производствоға (йылына 100 т) индерелә (нефть тейәү кабелдәренең һаҡлай торған тышы итеп ҡулланалар).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.