ТЕРМОПЛАСТАР, т е р м о п л а с т и к  м а с с а л а р, пластик массалар төрө, күп тапҡыр йомшартыла һәм ҡабаттан эшкәртелә ала. Реактопластарҙан айырмалы рәүештә изделиелар формалағанда Т. өс үлсәмле структура (ҡара: Ҡораулы полимерҙар) барлыҡҡа килтермәй, ҡуйы ағыусан хәлгә күсеү һәләтен һаҡлай. Химик составы б‑са карбо‑ (һығылмалы сылбырлы полиолефиндар, поливинилхлорид, полиметилметакрилат, полистирол, фторопластар) һәм гетеро‑ (һығылмалы сылбырлы алифатик, ҡаты сылбырлы ароматик полиэфирҙар, полиамидтар, полиимидтар һ.б.) сылбырлы полимерҙар, сополимерҙар, уларҙың ҡатышмалары нигеҙендәге Т.; тултырғыс составы б‑са — тулыландырылмаған, дисперслы тулыландырылған, тулыландырылған; структураһы б‑са — аморф, аморф һәм шыйыҡ кристаллы; мономерҙар тибы б‑са гомо‑, сополимер, стереоизомер Т. айырыла. Тулыландырылмаған Т. фаза хәле б‑са бер, ике һ.б. фазалыларға бүленә. Кристаллашыу дәрәжәһе 25%‑тан аҙыраҡ булған бер фазалы быялаға оҡшаш аморф (ыуалыусан), аморф-кристаллы, нигеҙендә полимерҙар ҡушылмаһы һәм ялғанған сополимерҙар булған ике фазалы аморф Т. форма үҙгәртә торған йылыға сыҙамлы булыуы быялаланыу т‑раһы м‑н, кристаллашыу дәрәжәһе 40— 50%‑тан күберәк һәм быялаланыу т‑раһы түбән (усадкаһы юғары кимәлдә һәм анизотропия хас) булған термотроп шыйыҡ кристаллы (фазаларға изо‑ һәм анизотропия хас) Т. иреү т‑раһы м‑н билдәләнә. Баҫым аҫтында ҡойоу, вакуум‑, пневмоформалау, экструзия һ.б. юлдар м‑н эшкәртелә (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү). Изделиелар, ярымфабрикаттар механик эшкәртеүгә, иретеүгә, йәбештереүгә дусар ителә; Т. структураһын, уларҙағы ҡалдыҡ көсөргәнеште тәртипкә һалыу өсөн термоэшкәртеү, шыуыу һәләтен кәметер өсөн химик, радиацион ҡорау, деформацион ныҡлығын арттырыр өсөн йүнәлешле тарттырыу ҡулланыла. Башҡортостанда күләмле Т. — поливинилхлорид, полипропилен, полистирол, полиэтилен, полиэтиленоксид, полиэтилентерефталат производстволары эшләй; пентапласт сығарыла. 2006 й. етештереүҙең дөйөм күләме 428 мең т тәшкил итә (синтетик ыҫмала һәм пластик масса етештереүҙең дөйөм күләменең 71,1%‑ы). Т. нигеҙендә композицион материалдар, тулыландырылған полимерҙар, йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар, быяла пластиктар алына.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова