ТЕРМИК КРЕКИНГ, нефть фракцияларын юғары т‑рала эшкәртеү; был осраҡта углеводород молекулаларында атом‑ара бәйләнештәрҙең өҙөлөү реакцияһы бара һәм мол. м. аҙыраҡ булған берләшмәләр барлыҡҡа килә. Процесс т‑ра 400—600°С һәм баҫым 2—4 МПа булғанда үткәрелә; ауыр сеймал м‑н рециркуляцион еңел газойль айырым (2 мейестә) йылытыла, аҙаҡ йылынған ағымдар реакция камераһында бергә ҡушыла. Углеводород сеймалының тәбиғәтенә, уның мол. м. һәм процесты үткәреү шарттарына бәйле ш. уҡ. түбән т‑ралы (ҡара: Висбрекинг), түбән баҫымлы (ҡара: Кокслаштырыу), юғары т‑ралы түбән баҫымлы (ҡара: Пиролиз) Т.к. айырыла. Т.к. ваҡытында молекулалар башлыса сылбырлы радикаль механизм б‑са тарҡала. Т.к. ауыр нефть фракциялары (башлыса мазут) дусар ителә. Т.к. углеводород газдар, бензин, кәрәсин‑газойль фракциялары алыр өсөн тәғәйенләнә. 20 б. 20‑се йй. донъяла башлыса Винклер‑Кох системаһындағы Т.к. ҡулайламалары файҙаланыла, 30‑сы йй. уртаһында ватан ҡулайламалары уйлап табыла (уларҙың етештереүсәнлеге 35—48%‑ҡа юғарыраҡ). Башҡортостанда Т.к. бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарының технологик схемаларына инә. Тәүге Т.к. ҡулайламалары 1935 й. Өфө НЭЗ‑ында төҙөлә башлай, ҡатнаш “Луммус” ҡулайламаһы (АҠШ) төп ҡорамал булып тора, уның эсенә мазут Т.к. блогы инә. Беҙҙең илдә сығарылған Т.к. ҡулайламалары 1951 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында, 1953 й. — Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы), 1956 й. — Яңы Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), 1957 й. — Черниковск НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) ҡулланыла башлай. Т.к. процесын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда башлана. К.В.Кострин, Ю.С.Сабадаш һ.б. тарафынан Т.к. типлаштырылған ҡулайламаларын тура ҡыуылған түбән октанлы бензинды, бер юлы ҡаты ҡалдыҡтарҙы висбрекингылап, термик риформирлау өсөн файҙаланыу схемаһы тәҡдим ителә. Схема Яңы Өфө НЭЗ‑ы ҡулайламаларының береһендә индерелә (Г.Ф.Ивановский, Ю.И.Сыч, Т.З.Хурамшин һ.б.). Шул уҡ пр‑тиеның икенсе ҡулайламаһында майлы экстракттарҙан термогазойль — техник углерод етештереү өсөн сеймал алына башлай (А.Ф.Махов, Сыч һ.б.). 50‑се йй. ӨНИ‑лә (М.Е.Левинтер, М.И.Медведева) Т.к. ваҡытында тығыҙланыу реакциялары өйрәнелә, был Өфөнөң нефть эшкәртеү з‑дтарындағы Т.к. ҡулайламаларының ремонт-ара ваҡытын арттырырға мөмкинлек бирә. 60‑сы йй. ҡулайламаларҙың етештереүсәнлеген арттырыу, трактор өсөн крекинг‑кәрәсин алыу өсөн Т.к. процесын тикшереү Өфө НЭЗ‑ында үткәрелә (Д.Ф.Варфоломеев, И.И.Кантор, В.С.Новокшенов, Т.И. Селиванов һ.б.).

Әҙәб.: П р о ш к и н А.А. Переработка сернистых нефтей на атмосферно‑вакуумных трубчатках и установках термического крекинга. М., 1961; С м и д о в и ч Е.В. Технология переработки нефти и газа. Ч.2. Деструктивная переработка нефти и газа. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1968.

Ә.Ф .Ишкилдин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.