БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы (30.8.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). Ростов ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла, 1984 й. алып СДПИ‑ла уҡыта. 1994 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында: 1998 й. алып дир. урынбаҫары, 2000 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006 й. — иҡт. ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2005 й. башлап БР ФА‑ның Төбәк тикшеренеүҙәре ин‑ты лаб. мөдире, 2009 й. — БДАУ‑ҙың Урал аръяғы филиалы дир. урынбаҫары (икеһе лә — Сибай ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге а.х. реформалау, индивидуаль-ғаилә секторын һәм ауыл ерендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Институциональная эволюция агрохозяйственной системы современной России и индивидуально-семейные хозяйства. Уфа, 2005; Инвестиционные ресурсы устойчивого сельского развития: формирование, использование, управление. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика