ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ, һуң Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Баймаҡ р‑ны Темәс а. көнсығышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1970—72 йй. Н.А.Мәжитов, М.Ш.Рәжәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 19 ҡурғандан (диам. 8—20 м, бейеклеге 0,5 м тиклем) тора, 7‑һе ҡаҙылған. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, башы м‑н күбеһенсә төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; баш һөйәктәрен яһалма рәүештә деформациялау һиҙелә. Парлап, күмәк (7 кеше) ерләү осраҡтары бар. Керамика Урта Азияның әүәләп яһалған һауыттарынан ғибәрәт, тип фараз ителә. Ҡәберҙәрҙә бронза ҡыңғырау, фибула, биҙәкле көҙгө, бронза һәм көмөш тәңкәләр, түңәрәк бронза һәм алтын һырғалар, бронза һәм тимер йөҙөктәр, тимер сымдан эшләнгән беләҙектәр, быяла, аҡыҡ, лигнит һәм таш муйынсаҡтар, биконик балсыҡ орсоҡбаштар табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков