ТЕЛӘШЕВ Эльшад Ғүмәр улы (21.11.1956, Өфө), инженер‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1992), проф. (2008). РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2006) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы нефтехимигы (2001). Ғ.Ғ.Теләшевтең улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1993 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында: лаб. мөдире, 1997—2018 йй. дир., бер үк ваҡытта 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла (2016 й. — газ химияһы һәм химик‑технологик процестарҙы моделләштереү каф. мөдире), БДУ‑ла (2000 й. тиклем) уҡыта; 1997 й. башлап БР ФА‑ның вуз‑ара (БДУ, ӨДНТУ) уҡыу ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәж. з‑ды (2004 й. тиклем), “Нефтехимпереработка” ҒПБ (Өфө; 2006 й. тиклем) дир.; 2003 й. алып ӨДАТУ филиалының хәүефһеҙ етештереү һәм сәнәғәт экологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефтте ҡалдыҡһыҙ тәрән эшкәртеү технологияларын эҙләүгә һәм оптималләштереүгә, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиелары ҡалдыҡтарын утилләштереүгә, полифункциональ технологик майлау материалдарын эшләүгә һәм етештереүгә арналған.  Т. етәкс. коксты юғары т‑рала эшкәртеү (ҡеүәте йылына 140 мең т; 2005 й. “ЛУКОЙЛ‑Волгограднефтепереработка” ЯСЙ‑нда индерелгән), көкөрт (2005, “Уфанефтехим” ААЙ) һәм битумдар (2006, “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ) етештереү, гудронды асфальтһыҙлаштырыу (2007, “Уфанефтехим” ААЙ), нефтте көкөртлө водородтан таҙартыу (ҡеүәте йылына 3,8 млн т; 2007, “Нарьянмарнефтегаз” ЯСЙ) ҡулайламалары эшләнә, кокслаштырыу ҡулайламаһы (2007, “ПетротелЛУКОЙЛ” пр‑тиеһы; Плоешти ҡ., Румыния) һ.б. камиллаштырыла. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 150 уйлап табыу авторы.

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров