ТЕЛӘШЕВ Ғүмәр Ғариф улы (13.12. 1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а. — 2.6.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1994), Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1978), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1991), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1996). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1950 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1954 й. башлап Яңы Өфө НЭЗ‑ында: АВТМ‑1 ҡулайламаһы, 1964 й. алып ғилми‑тикшеренеү лаб., 1967 й. — тәж.‑тикшеренеү цехы нач., 1989 й. — ғилми‑технология үҙәге дир., бер үк ваҡытта 1994 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. 1998 й. алып “ИНТЭКО” инженерлыҡ нефтехимия эшкәртеү үҙәген ойоштороусы һәм дир., 2004 й. — Нефтехимия эшкәртеү проект ин‑ты (икеһе лә — Өфө) директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефтте төплө эшкәртеү проблемаларына бәйле. Т. етәкс. юғары һөҙөмтәле масса алмаштырыу аппараттары һәм конструкциялары, экологик яҡтан таҙа булған мотор яғыулыҡтары, илдә тәүге тапҡыр анизотропик структуралы коксетештереү технологиялары үҙләштерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 100 уйлап табыу авторы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1960).

Х е ҙ м.: Каталитический пиролиз тяжёлых нефтяных фракций и остатков: темат. обзор. М., 1988 (авторҙ.) (Серия: Переработка нефти); Опыт производства и применения нефтяных пеков: темат. обзор. М., 1994 (авторҙ.) (Серия: Переработка нефти).

Ф.Н.Вәхитов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.