ТАШЛЫ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ташлы, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Фёдоровка а. төньяҡҡа табан 1,5—2 км алыҫлыҡта Ташлы й. ярында (Аҡъяр һыуһаҡлағысының һыубаҫар зонаһында) урынлашҡан. 1997 й. Н.С.Савельев тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Т.а.к. ҡәберлек һәм торама инә. Ҡәберлек (һул ярҙа) 6 ҡурғандан (диам. 15—20 м, бейеклеге 0,3—0,5 м) тора, 5‑әүһе тикшерелгән; 3‑әүһе аҫтында таштан эшләнгән ерләү ҡоролмалары табылған. Ҡурғандарҙың береһе аҫтында түңәрәк стена-нығытма асыҡланған (9 ҡәбер өйрәнелгән, уларҙың урталағыһында мәйет таш йәшниктә ерләнгән); икенсеһе аҫтында бер нисә урында айырылған таш нығытма (диам. 12 м) табылған, уға тыш яҡтан бәләкәй түңәрәк таш ҡоролма м‑н ҡойма төкәтелеп, улар эсенә мәйеттәр ерләнгән (21‑е тикшерелгән, башлыса парлап ерләнгәндәр). Керамика Алакүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Бронза әйберҙәр, ш. иҫ. остары яҫы спираль рәүешендәге беләҙектәр, табылған. Тораманың дөйөм майҙаны (уң ярҙа) яҡынса 7 мең м2, 81 м2 ер ҡаҙылған. Ярым ер өй, хужалыҡ соҡоро, усаҡ ҡалдыҡтары табылған. Керамика Алакүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Таштан һәм һөйәктән яһалған эш ҡоралдары, баҡыр шлак киҫәктәре табылған; байтаҡ табылдыҡтар Сарғары мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡомартҡы материалдары Ғилми- производство үҙәгендә һаҡлана.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.