ТАШЙЫЛҒА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ананьин мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 6—5 бб. ҡарай. Комплексҡа ҡәберлекһәм торама инә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлек Яңауыл р‑ны Ташйылға а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөй й. уң ярындағы төп ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1965 й. асыла, 1967 й. Н.А.Мәжитов, 1968—69 йй. А.Х.Пшеничнюк тикшерә. Яҡынса 29 ҡәбер өйрәнелгән. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, аяҡтары м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Керамика табаҡҡа оҡшаш әүәләп эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (бронза уҡ башаҡтары, һөңгө остары, кельт-балталар, тимер бысаҡтар), бронза муйын ҡулсаһы табылған. Торама ауылдан көньяҡ- көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1967 й. Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Керамика Ананьин мәҙәниәте һауыты ярсыҡтарынан ғибәрәт. Хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.