ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5 мең йыллыҡҡа ҡарай. Г.Н.Матюшин тарафынан айырып күрһәтелә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. янындағы тораисеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Морат I, Урта Түбә II, Сабаҡты III, VI һ.б.). Торамалар күл буйҙарында урынлашҡан. Йәшмә эшкәртеү оҫтаханалары табылған. Керамика иртә осорҙа тальк ҡушып балсыҡтан яһалған, йырып эшләнгән һыҙыҡтар, һуңғы осорҙа тешле штамп м‑н биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары табылмаған. Таштан эшләнгән әйберҙәр (нуклеус, бысаҡ һымаҡ пластина, ҡырғыс, балта, бысаҡ, бырау, тәпке, батырғыс), хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән.

Әҙәб.: М а т ю ш и н Г.Н. Неолитические стоянки Ташбулатово I и Сабакты III в Башкирском Зауралье //Древности Башкирии. М., 1970.

Тәрж. Д.К.Үзбәков