ТАШАҪТЫ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 10—13 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. янында Еҙем й. уң ярында Уҡлығая тауында урынлашҡан. 1911 й. С.Р.Минцлов тарафынан асыла, 1997 й. В.В. Овсянников өйрәнә. Ҡорбан килтереү урындарына (ҡара: Ғибәҙәтхана) ҡарай. 16 м2 ер ҡаҙылған. 4 тимер уҡ башағы табылған. Бында тау эйәләренә уҡ килтереү йолалары (ҡара: Анимизм) үткәрелгән. Материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018