БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (5.1.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып БДУ‑ла эшләгән (өҙөклөк м‑н; уҡытыусы, 1995—99 йй. проректор). 1990 й. башлап БССР МС‑ының бүлек мөдире, 1992 й. — БР‑ҙың Мөлкәт фонды, 1994—99 йй. БР‑ҙың Дәүләт милке м‑н идара итеү дәүләт ком‑ты рәйесе, 2004 й. алып РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. уҡытыусыһы. Фәнни хеҙмәттәре йәмғиәттә соц.‑иҡт. хеҙмәт формаларын өйрәнеүгә, Башҡортостандың иҡт. ҡеүәтен нығытыуҙың теоретик һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен эшләүгә, тотороҡло үҫеш, глобалләштереү, философик антропология, тарих, социаль философия проблемаларын өйрәнеүгә арналған. БР‑ҙың банк, бюджет системаларының эш итеү, дәүләт милкен хосусилаштырыу һәм уның м‑н идара итеү б‑са закон акттарын эшләү инициаторы. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе. РФ Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Общая теория глобализации и устойчивого развития. М., 2003; Судьба народа в руках каждого из нас. Уфа, 2003; Экономика Башкортостана. 3‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2007.

С.М.Шакирова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика