ТАҢАТАРОВ Марат Әхсән улы (26.12.1937, Семипалатинск ҡ. — 17.3. 1997, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй: 1978 й. алып дөйөм химик технологиялар, 1984 й. — хеҙмәт һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау каф. мөдире. 1995 й. башлап БР‑ҙың Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑тында дир., 1996 й. февр.—июнендә баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙә каталитик процестарҙы тикшереүгә, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләләренә арналған. Тәүгеләрҙән булып Т. тарафынан составында бензол аҙ булған автомобиль бензиндарын алыуҙың теоретик нигеҙҙәре дәлилләнгән, АИ‑95 “Экстра” этилирланмаған бензин (Куйбышев, Яңы Өфө, Одесса, Фирғәнә НЭЗ‑дарында индерелгән), синтетик май кислоталарының куб ҡалдыҡтары нигеҙендә солидол (“Уфанефтехим” ААЙ‑нда) алыу, нефть шламдарын (“Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре” ААЙ, “Туймазанефть” НГДУ), терегөмөшлө приборҙарҙы (Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑тының демеркуризация участкаһы), автомобиль покрышкаларын (БР ЭЭМ‑ының Яза үтәү идаралығында, Өфө) утилләштереү технологиялары эшләнгән. Ағиҙел й. нефттән таҙартыуҙа ҡатнашҡан (Өфө, 1995). 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Технологические расчёты установок переработки нефти. М., 1987 (авторҙ.).

А.Ф.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018