ТАННИНДАР, т а н н и д т а р, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән полифенол берләшмәләре (мол. м. 500—3000), аҡһым һәм башҡа биополимерҙар (целлюлоза, пектиндар) молекулалары м‑н бәйләнешкә инә алалар. Башлыса имән, ҡарағас, тал, шыршы ҡабыҡтарында, бадан япрағында һәм тамырында; ороларҙа (үҫемлек ағзаларындағы патологик шештәр) һ.б. була. Уларҙың термолиз продукттары тибы б‑са гидролизланыусы (пирогаллолдар; глюкоза йәки башҡа күп атомлы спирт ярҙамында барлыҡҡа килә, уларҙың гидроксиль төркөмдәре өлөшләтә йәки тулыһынса галл к‑таһы йәки ҡәрҙәш берләшмәләр тарафынан этерификациялана) һәм конденсацияланған (гидролизланмаусы йәки пирокатехиндар; катехиндар һәм башҡа фенол берләшмәләре конденсацияһы м‑н барлыҡҡа килә) Т. айырыла. Башлыса аморф хәлдәге Т. билдәле, улар төҙөлөшө оҡшаш булған, һалҡын һыуҙа — насар, эҫе һыуҙа сағыштырмаса яҡшы эрегән матдәләр ҡатышмаһы (фенолкарбон к‑таларының, спирттарҙың ҡатмарлы эфирҙары) булып тора. Аныҡ иреү т‑раһы юҡ, йылытҡанда тарҡала. Конденсацияланған Т. к‑та һәм нигеҙҙәр тәьҫиренән эремәй торған, йыш ҡына ҡыҙыл төҫкә ингән полимерҙар, пиролиз ваҡытында пирокатехин барлыҡҡа килтерә. Т., башлыса, һыулы экстракт итеп акация (масса б‑са 36%), шыршы (16%), каштан (13%) ҡабығынан алалар. Т. күп үҫемлектәрҙә патоген микроорганизмдар үҫешен туҡтата, үҫемлектәрҙе хайуандар ашауынан һаҡлай. Тире һәм күнде дуплауҙа, яҙыу ҡараһы әҙерләүҙә, кизе‑мамыҡ туҡымаларҙы буяуҙа ағыулағыс, шарап эшкәрткәндә аҡһымдан барлыҡҡа килгән коллоид буръяҡтарҙы бөтөрөүсе коагулянт сифатында, медицинала ҡатырғыс, шешеүгә ҡаршы һәм бактерицид сара булараҡ файҙаланыла. Башҡортостанда составында Т. булған үҫемлектәр (аҡ ерек, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, йылан ҡымыҙлығы, төҙ ҡаҙ үләне һ.б.) үҫә. 19 б. башынан тирене дуплау өсөн имән, тал ҡабығының һыулы экстракттары ҡулланыла. 20 б. 30‑сы йй. алып имән һәм тал экстракттары Т. Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑ды етештерә (ҡара: “Дубитель”); имән үҙағасын урман сәнәғәте хужалыҡтары тәьмин итә. 1938 й. экстрактлы имән әҙерләү б‑са махсус Башҡ‑н урман әҙерләү контораһы (Архангел, Бәләбәй, Красноусол урман участкалары) ойошторола.

Әҙәб.: Танниды. Свойства и применение. Уфа, 2006.

Р.Ә.Зәйнуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров