ТАНАЛЫҠ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 15—14 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Хворостянка а. төньяҡ- көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. һул ярындағы төп ҡалҡыулыҡ морононда (хәҙ. Таналыҡ һыуһаҡлағысының һыубаҫар зонаһында) урынлашҡан. 1995 й. Г.Н.Гарустович һәм А.Ф.Яминов тарафынан асыла, ТТӘИ, БДУ, БДПИ, СДПИ, Милли музейҙың берлектәге экспедицияһы (Н.А.Мәжитов етәкс.) өйрәнә. Яҡынса 6,5 мең м2 ер ҡаҙылған. Торамала каркас-бағана конструкциялы 10‑ға яҡын торлаҡ, усаҡтар, ҡоҙоҡтар, хужалыҡ соҡорҙары табылған. Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте (биҙәкһеҙ йәки оҙонса түңәрәк соҡорло биҙәк, шыма йәки тешле штамп эҙе баҫып төшөрөлгән һырҙар м‑н биҙәлгән), Абаш мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте һауыты ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡомартҡының төньяҡ һәм көнсығыш өлөшөндә 5 ҡәбер асыҡланған. Һөйәк (уҡ башаҡтары, тишкестәр, шымартҡыстар), таш (төйгөстәр, иген онтағыстар, суҡмарҙар һ.б.) әйберҙәр, металл эшкәртеү эҙҙәре (мәғдән киҫәктәре, шлак, таш сүкештәр, һандалдар, шымартыу плиталары), хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков