ТАУЛЫҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла, 1972—73 йй. А.Х.Пшеничнюк, 1975 й. Ю.А.Морозов тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Т.ҡ.I Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а. көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярындағы тәпәш ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Тупраҡ өйөп яһалған 14 ҡурғандан (диам. 8—18 м, бейеклеге 0,3—0,6 м) тора, 8‑е өйрәнелгән. Мәйеттәр тәрәнлеге 1 м еткән ҡәбер соҡорҙарында бөгәрләнгән килеш уң йәки һул ҡабырғаһына һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Парлап ерләү, кремация эҙҙәре осрай; ҡайһы бер ҡәберҙәр бүрәнә, таш плита м‑н ябылған. Керамика тешле штамп м‑н биҙәлгән Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. 3 беләҙек, хайуан тештәренән яһалған 3 сулпы, ҡабырсаҡ, яндырылған балсыҡтан яһалған муйынсаҡтар табылған. Т.ҡ.II ауылдан көньяҡ- көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. һул ярындағы бейек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 9 ҡурғандан тора, уларҙың 5‑әүһе бронза быуатына ҡарай. Мәйеттәр бөгәрләнгән килеш һул ҡабырғаһына һалып, башы м‑н башлыса төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; 5 ҡәбер эзбизташ плита м‑н ябылған. Керамика Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә бронза беләҙектәр, хайуан тештәренән яһалған сулпылар, яндырылған балсыҡтан һәм металдан яһалған муйынсаҡтар табылған; ҡатын-ҡыҙ ҡәбере айырылып тора, унда сәс биҙәүесенән, алтын түңәрәк сикә суҡтарынан, бронза тәңкәләрҙән торған баш кейеме табылған. 3 ҡурған Урта быуаттарға ҡарай. Мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Башҡаларҙан байыраҡ ҡәберҙә йомро төйҙәле, тар йөҙлө һуғыш балтаһы, бысаҡ, һаҙаҡ элмәге, туҙ һаҙаҡ ҡалдығы табылған; мәйеттең уң яурыны янында — быҙауҙың, аяғы осонда тештәре араһында ауыҙлыҡ ҡалдыҡтары һаҡланған аттың баш һөйәге, өҙәңге һәм эйәр ятҡан. Т.ҡ.III ауылдан төньяҡҡа табан 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 2 ҡурғандан тора, 1‑һе өйрәнелгән. Мәйет бөгәрләнгән килеш һул ҡабырғаһына һалып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Т.ҡ.IV ауылдан көнбайышҡа табан 3—4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 20 ҡурғандан (диам. 25—30 м, бейеклеге 1,5—2 м) тора, тип фараз ителә, 7‑һе өйрәнелгән. Ҡәберҙәрҙең күпселеге бронза быуатына ҡарай. Эзбизташ плита м‑н ябылған таш йәшниктәрҙә ерләү осрағы асыҡланған. Керамика Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. 3 ҡурғанда иртә Сармат мәҙәниәте ҡәберҙәре табылған. Мәйеттәр салҡан һалып, башы м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡылыс, хәнйәр, уҡ башағы, көҙгө, муйынсаҡ, балсыҡ һауыттар табылған. Т.ҡ.V ауылдан көньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 10 ҡурғандан (диам. 9—18 м, бейеклеге 0,3—0,7 м) тора, 1‑һе өйрәнелгән. Мәйет бөгәрләнгән килеш һул ҡабырғаһына һалып ерләнгән, тип фараз ителә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.