БАЛАНДИН Василий Петрович (28.12.1904, Мәскәү губ. Лосиноостровск ст. — 28.3.1973, Мәскәү), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Инженер-авиация хеҙмәте ген.‑майоры (1944). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында (1937 й. алып баш инженер, дир.) эшләй. 1939 й. башлап СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары. 1941 й. авг. алып 384‑се Өфө мотор з‑ды һәм дек. — 26‑сы з‑д (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) директоры. 1946 й. башлап СССР авиация сәнәғәте министры урынбаҫары. 1958—70 йй. СССР Дәүләт планы рәйесе урынбаҫары. СССР авиация сәнәғәтен ойоштороусыларҙың береһе. Б. етәкс. Өфөгә эвакуацияланған заводтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә монтажлана, Як-3, Як-9, Пе-2 самолёттары өсөн авиация двигателдәрен өҙлөкһөҙ етештереү ойошторола. Ленин (1936, 1943, 1945, 1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1954, 1964, 1969), Ҡыҙыл Йондоҙ (1939) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика