УРЫҪТАР (үҙ атамаһы русские), халыҡ, Рәсәйҙең төп халҡы. У. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 145 155 мең, РСФСР‑ҙа — 119 865 мең; 2002 й. РФ‑та — 115 869 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. У. һаны 1548,3 мең; БР‑ҙа 2002 й. 1490,7 мең кеше була. Республиканың бөтә ҡалаларында йәшәйҙәр, Белорет, Благовещенск, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. халҡының яртыһынан күберәген тәшкил итәләр. Айырыуса БР‑ҙың Өфө (2002 й. — 26,3 мең), Дыуан (20,3 мең), Иглин (13,7 мең), Балаҡатай (11,3 мең), Шишмә (10,9 мең), Мәләүез (10,8 мең), Күгәрсен (9,6 мең), Бөрө (9 меңгә яҡын), Благовещенск (8,9 мең), Ҡырмыҫҡалы (8,8 мең) һәм Көйөргәҙе (8,5 мең) р‑ндарында тупланып йәшәйҙәр. Туған телдәре — урыҫ теле. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота. Төбәккә У. күпләп күсеүе Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башлана. Тәүҙә У. Өфө ҡ. тирәһендәге ерҙәрҙе биләп, Башҡортостандың үҙәк төбәктәрендә, һуңыраҡ — төньяҡ-көнбайышта, Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап таралған. Урыҫ халҡының күбеһен нығытмалы сик һыҙыҡтарында хеҙмәт иткән кешеләр һәм башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә керҙәш булып килеп ултырған крәҫтиәндәр тәшкил иткән. Күскенселек хәрәкәтенең артабанғы этабы Ырымбур сик һыҙығын һәм Ырымбур ҡалаһын төҙөгәндән һуң башлана. 18 б. 2‑се ярт. урыҫ күскенселәренең башлыса Урта Волга буйынан, Рәсәйҙең үҙәк һәм көньяҡ төбәктәренән Башҡортостанға күпләп күсенеүе, (тау сәнәғәте үҫешенә бәйле), Крәҫтиән реформаһынан һуң һәм Столыпин аграр реформаһы ваҡытында көсәйә. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфө губ. — 834 мең, Ырымбур губ. 1126 мең У. теркәлгән. Урбанизация процесы ҡала халҡының артыуына алып килгән: 1939 й. — 383,5 мең, 2002 й. 1232,3 мең кеше иҫәпләнгән. Яңы урындарҙа У. хужалығы үҙенең традицион һыҙаттарын һаҡлаған. Төп тармаҡ игенселек булған, малсылыҡ, һөнәрселек һәм кәсептәр ярҙамсы урынды биләгән. Игенселектә өс баҫыулы сәсеү әйләнеше киң таралған. Ер эшкәртеү ҡоралдарына төрәнле һуҡа, һабан, тырма һ.б. ингән. Иген культураларынан арыш, бойҙай, һоло, тары, арпа, ҡарабойҙай сәскәндәр, картуф, кәбеҫтә, һуған, шалҡан, кишер, ҡыяр үҫтергәндәр. Һыйыр, сусҡа, һарыҡ, кәзә, йылҡы (башлыса екке мал итеп файҙаланғандар) үрсеткәндәр. Умартасылыҡ, балсыҡтан әйберҙәр яһау, мискә ҡоршау, токарь кәсептәре, бал ҡорто ояларына рам, арба, кырандас, тәртәләр, ҡамыт-дуға әҙерләү, урманлы төбәктәрҙә һалабаш һалыу, септә һуғыу, тоҡ тегеү таралған була. У. төп йәшәү урындары – ауыл, утар, ш. уҡ айырылып сыҡҡан бәләкәй ауылдар. Өйҙәр бер һыҙыҡта теҙелеп ултырған. Башҡортостандың төньяҡ һәм үҙәк райондарында төп төҙөлөш материалдары итеп шыршы м‑н ҡарағай, ялан яҡтарында саман, балсыҡ, ситән, ш. уҡ ҡайын, уҫаҡ, йүкә ҡулланғандар. Урыҫ йорттары ябыҡ планировкалы булып, унда кеше торған өй, ҡаралтылы ихата, баҡса ингән. Ситтәрәк амбар, келәт, ҡура, ат һарайы, йорттоң артында сана, арба һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары һаҡлау өсөн бесәнлеге булған һарай, йортҡа яҡыныраҡ мөгәрәп, артҡы ихатала мунса урынлашҡан. У. өйҙәре 4 стеналы, соланлы һәм ике яҡлы ҡыйыҡлы булған. Традицион интерьерҙың төп элементтарына иконалар ҡуйылған “ҡыҙыл мөйөш”, аш табыны (өҫтәл, стена буйлап ике эскәмйә ҡуйылған), һикеле ҙур мейес, һәндерәләр һәм түшәмәләр (уның аҫтында әйберҙәр һаҡланған) ингән. Традицион ҡатын-ҡыҙ кейеменә аҡ киндер йәки сыбар етен күлдәк, әүеркәле алъяпҡыс, итәк йәки сарафан (уның өҫтөнән ебәк йә барса еңһеҙ ҡыҫҡа кейем кейгәндәр) ингән. Баш кейеме ебәк шәлдән, ярым шәлдән, биҙәкләп йәки селтәрләп бәйләгән яулыҡтан, өскөл яулыҡтан торған, кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙ бәләкәй туҡыма башлыҡтар (повойник, волосник, чехлик, шлык) кейгән. Традицион биҙәнеү әйберҙәренә көмөш, баҡыр, алтын һырғалар, балдаҡтар, йөҙөктәр, мәрйен м‑н биҙәлгән муйынсаҡ һәм яғалар (борки), гәрәбә һәм быяла мәрйендәр, иҙеүгә ҡаҙап ҡуя торған төйрәместәр ингән. Ирҙәр иҙеүе тура уйылған йәки ҡыйыҡ яғалы күлдәк, киндер йәки ҡаты туҡыманан ыштан, буҫтау һәм кейеҙ башлыҡтар, эшләпәләр, картуздар, ҡышын ҡайтармалы тире бүрек, ҡолаҡсын кейгәндәр. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә — кафтан йәки ҡулдан туҡылған ҡара төҫтәге буҫтау сәкмән, һарыҡ тиреһенән тегелгән тун, һырылған пальто, аяғына сабата (ҡыш көнө быйма) кейгән. У. традицион аш-һыуының нигеҙен иген культуралары һәм йәшелсә тәшкил иткән. Икмәк иң төп аҙыҡ булған (ғәҙәти көндәрҙә арыш икмәге, байрамдарҙа бойҙай икмәге бешергәндәр). Йәшелсә аштары (щи, картуфлы шыйыҡ аш, борсаҡ ашы, тоҙланған йәшелсәләр м‑н бирелгән бешерелгән картуф, быҡтырылған шалҡан), бутҡа, кеҫәл киң ҡулланылған. Байрамдарҙа итле ризыҡ бешергәндәр, йомортҡалы, итле йәки туралған йәшелсәле бөйөрөк (пряженцы), ш. уҡ шәңкә, эремсек бәрәмәсе, ҡоймаҡ, балан бәлеше бешергәндәр. Йола ашында ҡоймаҡ айырым урын биләгән. Эсемлектәрҙән кеүәҫ, һыра, әсегән бал эскәндәр. У. ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә традицион һыҙаттар һаҡланған: 20 б. башына тиклем патриархаль күмәк ғаиләләр (20 һәм унан күберәк кеше) күп булған. Ғаилә башлығы булып атай кеше йәки иң өлкән ир бала (большак, старшой) торған, уның ҡатыны ҡатын-ҡыҙ эшенә етәкселек иткән. Ғаиләлә бала тыуыуы тантаналы билдәләнгән, көҙөн йәки ҡышын Крещение байрамынан һуң, туй үткәргәндәр. Туй алдынан үткәрелгән осрашыу йолалары хас булған: яусылау, ҡыҙ ҡарау, кейәү егетенең мөлкәт һәм хужалыҡ торошо м‑н танышыу һәм туй көнө, бирнә т‑да һөйләшеп килешеү (запой, рукобитье). Туй циклына ингән барлыҡ йолалар ҙа моңһоу, лирик, данлаусы, шаян, хушлашыу мотивындағы халыҡ йырҙары м‑н оҙатылған. Раштыуа, Крещение, Масленица, Пасха, Троица һ.б. православие байрамдары үткәргәндәр. Традицион музыка ҡоралдарына балалайка, һыбыҙғы, жалейка, борғо, дөңгөр, шаҡылдаҡ, гармун һ.б. ингән. У. фольклоры ифрат бай һәм төрлө, уларға әкиәттәр, риүәйәттәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, лирик һәм йола йырҙары, һыҡтауҙар һ.б., ш. уҡ казак һәм фабрика-завод фольклоры өлгөләре инә. БР‑ҙа Башҡортостан урыҫтары соборы, Аксаков фонды, “Никольский сиркәүе”, “Ҡыҙылъяр” тарихи-мәҙәни үҙәктәре эшләй. Казактар ҡатламы традициялары тергеҙелә.

А.С.Щербаков

Тәрж. М.В.Хәкимова