УҒЫҘҘАР, ғ у ҙ ҙ а р, у ҙ ҙ а р, төрки ҡәбиләләр союзы. Урта быуат ғәрәп авторҙары (Ибн Фаҙлан, Истахри, Масуди, Ибн Хордадбех һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. 7 б. башында Үҙәк Азияның Етеһыу өлкәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9 б. 2‑се ярт., Арал буйынан бәшнәктәрҙе Волга‑Урал төбәге далаларына ҡыҫырыҡлап сығарып, У. башында ябғу (джабғу) торған үҙ дәүләтен төҙөй. Баш ҡалаһы (Янгикент ҡ.) Һырдаръя й. буйында урынлашҡан. 10 б. — 11 б. башында У. көнбайышта — Хазар ҡағанаты, көнсығышта — Мәүереннаһр һәм Харәзм, төньяҡта бәшнәктәр һәм башҡорттар м‑н сиктәш була. 11 б. уртаһында У. дәүләте көнсығыштан килгән ҡыпсаҡтар тарафынан ҡыйратыла, һуңынан У. бер өлөшө (төрки‑У.) Волга һәм Дон йй. аръяғына күсеп китә һәм 11 б. аҙ. Киев Русе кенәздәре вассаллығына күсә, икенсе өлөшө (сельджук‑У.) Алғы Азияға китә. Күсмә малсылыҡ У. хужалығының нигеҙе була, ш. уҡ һунар һәм балыҡсылыҡ, миҙгелле игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; сауҙа үҫешкән: У. дәүләте аша Харәзмдән Көнсығыш Европаға боронғо каруан сауҙа юлдары үткән. У. ерләү ҡомартҡылары ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән йәки элек өйөлгән ҡурған өйөмдәрендә ҡаҙылған ҡәберҙәрҙән тора. Мәйеттәрҙе тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында ерләгәндәр, улар йыш ҡына өҫтәренә эйәрле ат толобы йәки уның тиреһе һалынған ағас түшәмә м‑н ябылған булған. Ҡәберҙәрҙә ат йүгәндәре, билбау һәм аяҡ кейемдәренең көмөш биҙәүестәре, бронза сулпылар һәм ҡош һыны рәүешендәге өҫтәмәләр табылған. У. күп төрки телле халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорт, ҡаҙаҡ, татар һ.б., этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған.

Әҙәб.: История татар с древнейших времён. в 7 т. Т.1. Народы степной Евразии в древности. Казань, 2002.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018