УРТА ТҮБӘ, таш быуаттың археологик ҡомартҡыһы (тораһы). Ҡарабалыҡты ҡомартҡылары комплексына инә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күленең көнбайыш морононда урынлашҡан. 1961—68 йй. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1971 й. О.Н.Бадер өйрәнә. Күп ҡатламлы торамалар иҫәбенә инә. 342 м2 яҡын ер ҡаҙылған. 45 меңдән ашыу әйбер, башлыса саҡматаш һәм йәшмә әйберҙәр, 2 меңгә яҡын керамика ярсыҡтары табылған. Усаҡлы дүрткел ярым ер өй рәүешендәге торлаҡ табылған, дөйөм майҙаны 72 м2 көнбайыш һәм көнсығыш стеналары ҡаяны өңөп эшләнгән, төньяҡ һәм көньяҡтағылары таш м‑н нығытылған. Түбәнге ҡатламдарҙа урта эшел йәки мустье дәүеренә (б.э.т. 400—45 мең йыл, ҡара: Палеолит) ҡараған 50‑гә яҡын саҡматаш әйбер — осланған таштар ике яҡтан үткерләнгән ҡорал, нуклеустар, ҡырғыстар, осло ҡоралдар табылған. Мезолит осоро ҡатламында 7530 әйбер, башлыса бысаҡҡа оҡшаш пластиналар (ҡырҡҡыстар, осло ҡоралдар, бырауҙар) һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр (ҡырғыстар, микролиттар, ш. иҫ. геом. формалағы) табылған. Неолит осоро ҡатламында өҫкө йөҙө тотош тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән керамика ярсыҡтары, бер нисә Суртанды мәҙәниәте керамикаһы, 5264 пластина һәм уларҙан эшләнгән әйбер (ҡырғыс, бысҡы, балта, арҡыры балта, уҡ башағы, һөңгө осо, бысаҡтар) табылған. Неолит аҙағына йәки энеолитҡа ҡараған ҡәбер асыҡланған, унда һыуырҙың алғы тештәре, бысаҡҡа оҡшаш пластиналар, һөйәк биҙәүестәр табылған. Өҫкө ҡатламдарҙа һуң бронза быуаты һәм иртә тимер быуат керамикаһы ярсыҡтары табылған. Ҡомартҡы таш быуат осоронда Көньяҡ Уралда мәҙәниәттәр үҫешенең эҙмә-эҙлеклеген күҙәтергә мөмкинлек бирә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, БДУ фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Б а д е р О.Н., М а т ю ш и н Г.Н. Новый памятник среднего палеолита на Южном Урале // Советская археология. 1973. №4; М а т ю ш и н Г.Н. Мезолитический и неолитический комплексы поселения Мысовое на Южном Урале //Ш у л у ҡ.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.