ТИРЕНӘН ЭШЛӘНГӘН ӨЙ КӘРӘКЯРАҒЫ, эшкәртелгән тиренән яһалған (ҡара: Күн эше) көнкүреш әйберҙәре. Башҡорттар йылҡы, һыйыр малы, ваҡ мал, ҡайһы бер ҡырағай хайуан (мышы, болан, ҡоралай һ.б.) тиреһен ҡулланған. Күндән, һирәгерәк тиренән аҙыҡ‑түлек һаҡлау, ташыу һәм әҙерләү өсөн төрлө традицион йыһаздар, юл, эйәр тоҡсайҙары һ.б. яһағандар. Ҡымыҙ һаҡлай торған һауыттарҙы (һаба) башлыса йылҡы тиреһенән теккәндәр, һыу үтмәһен һәм ныҡ булһын өсөн махсус ыҫлыҡҡа ҡуйғандар (ҙурайһын өсөн алдан көл тултырғандар). Алынмалы түңәрәк төплө, бөтөн тиренән торған һәм оҙонса төплө, тире киҫәктәренән яһалған һауыттар булған. Шулай уҡ һарыҡ м‑н кәзә тиреһенән тегелгән турһыҡтар файҙаланылған. Тиренән эшләнгән һауыттар башлыса һөт аҙыҡтары өсөн ҡулайлы булған. Йылҡының тотош туналған баш тиреһенән — һөт силәктәре (башкүнәк), муйын тиреһенән бәләкәй киҫмәктәр (көрәгә) эшләгәндәр. Тороҡ тиреһенән 8—10 биҙрә ҡымыҙ һыймалы һауыт теккәндәр. Аяҡ тиреләрен бергә ҡушып, тубыҡ өлөшөнән үҙенсәлекле һауыт — ҡуллыҡ (ботлоҡ) яһағандар. Тар муйынлы һәм элмәкле йомшаҡ турһыҡтар (муртай) походтарҙа эйәр ҡанъяғаһына бәйләр өсөн уңайлы булған. Шулай уҡ тиренән эшләнгән тар май яҙғыстар (бот күнәк) осраған. Айран м‑н ҡаймаҡ өсөн һыйыр елененән эшләнгән һауыт ҡулланғандар. Шулай уҡ ҡарындан, йөрәктән, йыуан эсәктән һауыттар яһағандар. Аҙыҡ‑түлекте һәм әйберҙе тоҡсай, артмаҡ һәм яҫы юл тоҡсайҙары (ҡалта) м‑н ташығандар. Аҫҡа табан киңәйгән, бәйләп ҡуйырға бауы булған йомшаҡ тоҡсайҙарҙы (кәшен, сәрмә) быҙау, ҡолон йәки һарыҡ тиреһенән эшләгәндәр. Патрон, йәҙрә кеүек ваҡ әйберҙәр һалыу өсөн билгә бәйләнгән янсыҡ һәм тоҡсай теккәндәр. Күн әйберҙәрҙе — ҡайма, төҫлө суҡтар, ат ҡылы, ҡатыраҡ тоҡсайҙарҙы — баҫып йәки семәрләп эшләнгән геом., сәскә‑үҫемлек орнаменты, тиренән эшләнгән тоҡсайҙарҙы аппликация м‑н биҙәгәндәр. Йыйын, һабантуй, туй һ.б. байрамдар ваҡытында ҡымыҙҙы күн һауыттарға ҡойоп биргәндәр, туй күстәнәстәре м‑н бүләктәрҙе төрлө төҫтәге буҫтау һәм суҡ м‑н биҙәлгән тире тоҡсайҙарҙа сығарғандар. 20 б. тиклем Т.э.ө.к.‑я. күбеһенсә хужалыҡта тәүге урында һыйырсылыҡ торған Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында осраған. Үҙәк һәм Урта Азияның малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп халыҡтарында, ш. иҫ. алтай, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ, төрөкмән, тува, үзбәк һ.б. халыҡтарҙа, таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.