БАЛАНБАШ, Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. ҡарай. Торама Стәрлетамаҡ ҡ. янында Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. экспедицияһы (етәкс. П.А.Дмитриев, К.В.Сальников) тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1975 й. Воронеж ун‑ты һәм БДПИ‑ның берлектәге экспедицияһы (етәкс. В.С.Горбунов, А.Д.Пряхин) тикшерә. Керамика етештереү өсөн тәғәйенләнгән металл иретеү табаҡтары һәм тышы тотошлай шыршы һәм оҙонса шаҡмаҡ орнамент, горизонталь тулҡын һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән яҫы төплө ҡыңғырау рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Торамала бронза бысаҡ һәм ураҡ, диск формаһындағы һөйәк псалий табылған. Халҡы металл эшкәртеү, ш. уҡ игенселек, малсылыҡ (башлыса һыйыр малы һәм ваҡ мал, йылҡы үрсеткәндәр), һөйәктән әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгән. Б. материалдары Эрмитаж фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Пряхин А.Д. Поселения абашевской общности. Воронеж, 1976; Горбунов В.С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.

В.С.Горбунов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика