ТИМЕР БЫУАТ, бронза металлургияһынан тимер етештереүгә күсеү м‑н билдәле булған тарихи‑мәҙәни дәүер. 2 осорға бүлеп йөрөтөлә: иртә (б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ — б.э. 3—4 бб.) һәм һуң (б.э. 5 б. алып). Иртә Т.б. Көньяҡ Уралда — Ананьин мәҙәниәте, Гамаюн мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Иткүл мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Ҡормантау мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Савромат мәҙәниәте, Саргатка мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте, һуң Т.б. Бахмут мәҙәниәте, Имәнкиҫкә мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте барлыҡҡа килә.

Көньяҡ Уралда Т.б. иң боронғо археологик ҡомартҡылары б.э.т. 7 б. ҡарай. БР‑ҙа 600‑гә яҡын ҡомартҡы табылған, уларҙың күбеһе Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел, Тере Танып, Урал, Һаҡмар, Әй йй. басс. тупланған. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһында Көньяҡ Урал халҡы тимерҙе күп ерҙә осраған һаҙлыҡ мәғдәненән (көрән тимер мәғдәне) етештереүҙе үҙләштерә; һуңыраҡ Көньяҡ Уралда киң таралған, составында тимер булған төрлө мәғдәндәрҙе файҙалана башлайҙар. Тимер әйберҙәр яһау мәғдән ятҡылыҡтарын эҙләү, табыу, иретеү, сүкеү кеүек бер нисә стадияны үҙ эсенә ала. Тәүҙә тимерҙе айырып алғандар: сығарылған мәғдән киҫәктәрен ер йәки балсыҡ мейестәрҙә (горндар), тимерлек күректәре м‑н сопло аша һауа өрҙөрөп (һалҡын һауа өрҙөрөү ысулы), 800—1500 °C т‑рала иреткәндәр. Алынған ҡамыр һымаҡ тимерҙе (крица) шлактан таҙартҡас, сүкеп кәрәкле форма биргәндәр. Тәүге тимер әйберҙәр ҡатылығы б‑са бронзанан ҡайтыш булған. Ваҡыт үтеү м‑н сыныҡтырыу ярҙамында тимерҙе ҡатыраҡ итеү ысулы уйлап табыла, был бронза әйберҙәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыуға алып килә. Тимер иретеү эҙҙәре (ҡойоу формалары, мейестәр, тигелдәр) Касьянов ҡаласығында, Ҡормантау торағында, Торатау ҡаласығында, Әнәс ҡаласығында, Яңы Ҡабан ҡаласығында, Охлебинин ҡәберлегендә (ҡара: Охлебинин археологик комплексы) табылған. Тимер әйберҙәрҙең (тимер эш ҡоралдары: балта, беҙ, бысаҡ, ураҡ һ.б.; ҡорал: ҡылыс, уҡ башағы, хәнйәр, һөңгө осо; ауыҙлыҡтар) таралыуына тимер табыуҙың арзан һәм ябай булыуы, юғарыраҡ механик үҙсәнлектәре булышлыҡ иткән; тимерҙе һатҡандар, алмаштырғандар (ҡара: Оло Әбеш хазинаһы, Түбәнге Хәжәт хазинаһы). Биҙәүестәрҙе ш. уҡ бронза, алтын, көмөштән эшләгәндәр.

Т.б. торамалары һыу баҫмай торған майҙандарҙа урынлашҡан. Ҡаласыҡтарҙы — бейек, тораҡтарҙы тәпәш ҡалҡыулыҡтарҙа төҙөгәндәр. Ер өҫтөндә төҙөлгән тура мөйөшлө йәки дүрткел ағас йорттар, һирәкләп 2 яҡлы ҡыйығы булған ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән; ш. уҡ тирмә тибындағы торлаҡ ҡалдыҡтары табылған. Иртә Т.б. керамикаһы — тулҡынлы һыҙыҡтар, һырҙар, уралған бау йәки ҡыя штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән көршәк йәки табаҡ формаһындағы түңәрәк һәм яҫы төплө һауыттарҙан, һуңғы осорҙоҡо муйындары горизонталь һыҙыҡтар, кәкерсәк, ҡыя селтәр, ауыҙҙары һырҙар, тышы тотош бәләкәй генә соҡорло биҙәктәр һалынған табаҡ һәм йомортҡа формаһындағы түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Т.б. ерләү ҡомартҡылары — ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр. Мәйетте башлыса салҡан һалып ерләгәндәр. Соҡор һәм катакомбаларҙа урынлашҡан ағас ҡәберҙәр, сатыр һымаҡ ҡәбер өҫтө ҡоролмалары; ҡайһы бер ҡурған баштарында һынташтар табылған. Баш һөйәге формаһын яһалма үҙгәртеү, ярым кремация, хайуандарҙы (башлыса аттарҙы) йола б‑са ерләү осрағы асыҡланған. Ҡәберҙәрҙә тимер энә, хәнйәр, ҡылыс, һөңгө осо, уҡ башағы, өҙәңге, тимер һәм һөйәк ауыҙлыҡ, бронза, тимер һәм көмөш айыл, бронза һәм көмөш тәңкә, таралғы, фибула, бронза ҡаптырма, сулпы, бронза һәм көмөш беләҙек, көҙгө, йөҙөк, һырға, муйынсаҡтар һ.б. табылған. Биҙәүестәр (айыл, билбау тәңкәләре, сулпы, тәңкә), ҡоралдар (хәнйәр һәм ҡылыс ҡындары, һаҙаҡ, ян), алтын һәм көмөш сүместәр, көршәк, каса, табаҡ һ.б. һауыт‑һаба (Бәрҙе ҡурғаны V, Филипповка ҡурғандары һ.б.) бик үҙенсәлекле йәнлек стилендә эшләнгән.

Күсмә һыйырсылыҡ (һыйыр малы, ваҡ мал, йылҡы үрсеткәндәр), һабан игенселеге, һунар, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу хужалыҡтың төп тармаҡтары булған. Һөйәктән әйберҙәр яһау эше киң таралған. Тимер етештереүҙе камиллаштырыу металлургияның артабанғы үҫешенә һәм яңы һөнәрҙәр (металлург, таусы, тимерсе, ювелир һ.б.) барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Тимер металлургияһын үҙләштереү соц.‑иҡт. үҫештә ҙур үҙгәрештәргә килтерә: һөнәрселек үҫешә, бигерәк тә тимерселек һәм ҡорал эшләү алға китә, ер эшкәртеү ҡоралдары камиллашып, ер эшкәртеүҙе яҡшыртыуға һәм сәсеүлектәрҙең киңәйеүенә килтерә, сауҙа үҫә (Урта Азиянан килтерелгән һауыт‑һаба, туҡыма, төрлө металдан һуғылған тәңкәләр һ.б. табылған), мөлкәт яғынан айырымланыу көсәйә.

Т.б. дәүерендә Башҡортостанда хужалыҡ итеүҙең төрлө алымдары (ҡара: Хужалыҡ‑мәҙәни типтар) ҡушыла; уларҙың үҙ‑ара бәйләнеше һәм тәьҫир итешеүе, Көньяҡ Урал халҡының артабанғы үҫешенә йоғонто яһап, мәҙәни‑тарихи һәм этник процесстарҙың үҙенсәлеклелегенә һәм ҡатмарлылығына сәбәпсе була. Шартлы рәүештә хужалыҡ итеүҙең ике төрөн айырып күрһәтергә мөмкин: төньяҡ урман һәм урман‑дала райондарының көтөүсе малсылары, игенселәре һәм көньяҡ дала райондарының күсмә малсылары. Т.б. дәүерендә Көньяҡ Урал ҡәбиләләре т‑да мәғлүмәттәр антик, ғәрәп һәм Урта быуаттарҙың Европа авторҙары (Балхи, Гардизи, Гарнати, Геродот, Джейхани, Ибн Руста, Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Иҙриси, Истахри, Масуди, Мәхмүт Ҡашғари, Плано Карпини, Полибий, Птолемей, В.Рубрук, Рәшитетдин, Страбон, Сәлләм Тәржемән, Тацит, Юлиан һ.б.) хеҙмәттәрендә урын алған. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта — б.э. 1‑се мең йыллығында Көньяҡ Урал ҡәбиләләре араһында аргиппейҙар, аримасптар, баджгардтар, баскарттар, башджардтар (ҡара: Башҡорт), болғарҙар, буртастар, бәшнәктәр, гиперборейҙар, дайҙар, исседондар, ҡыймаҡтар, ҡыпсаҡтар, массагеттар, савроматтар, саҡтар, сарматтар, уғыҙҙар, һундар һ.б. телгә алына. Иртә Т.б. ҡараған археологик мәҙәниәттәрҙең (Ананьин, Гамаюн, Горохов, Пьяный Бор, Савромат һ.б.) үҫешенә һуң бронза быуаты мәҙәниәттәре (Алакүл мәҙәниәте, Бура мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте һ.б.) йоғонто яһай. Һуң Т.б. археологик мәҙәниәттәре (Бахмут, Кушнаренко, Ҡараяҡуп, Турбаҫлы һ.б.) халҡы көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш далаларының күсмә ҡәбиләләре ҡатнашлығында урындағы ҡәбиләләр нигеҙендә барлыҡҡа килә. Б.э. 1‑се мең йыллығында — 2‑се мең йыллығы башында Көньяҡ Урал халҡының этномәҙәни үҫешендә мөһим үҙгәрештәр була: миграция процестарының әүҙемләшеүе күҙәтелә (ҡара: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше), һинд‑иран ҡәбиләләре м‑н фин‑уғыр ҡәбиләләренең әүҙем ҡатнашлығында күсмә төрки ҡәбиләләрҙең формалашыуы бара. Көньяҡ Уралға күсенеп ултырыу этаптары, төрлө этник төркөмдәрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәте һәм йоғонтоһо археологик ҡомартҡыларҙа сағылыш таба: торамаларҙың күпселеге — мәҙәни ҡатламдарҙан (кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм торлаҡтар, хужалыҡ ҡаралтылары, усаҡтар, эш ҡоралдары һ.б. ҡалдыҡтарын һаҡлаған тиҫтәләрсә метр ҡалынлыҡтағы тупраҡ) торған күп ҡатламлы ҡомартҡылар. Улар төрлө ҡәбиләләр тарафынан ҡалдырылған (Абдулла ҡаласығы, Бөрө ҡаласығы, Кәкрекүл ҡаласығы һ.б.); ерләү ҡомартҡылары әйберҙәр комплексының байлығы (Өфө ҡәберлеге, Филипповка ҡурғандары), ерләү йолаларының төрлөлөгө (Ҡамышлытамаҡ ҡәберлеге, Дербёшка ҡәберлеге) м‑н айырылып тора. Ҡомартҡыларҙың ҡайһы берҙәрендә (Бөрө ҡәберлеге, Ғүмәр ҡәберлеге, Әхмәр ҡәберлеге II һ.б.) төрлө ҡәбиләләр ҡалдырған ҡәберҙәр бар. Б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Тубыл й. тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йй. алып төньяҡта Кама һәм Сылва йй. тиклем терр‑яға (ҡара: Башҡортостан) яйлап башҡорттар таралып ултыра. Күсмә ҡәбиләләр союзы (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) формалаша. Дәүләттәр (Төрки ҡағанаты, Хазар ҡағанаты, Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа һ.б.) барлыҡҡа килә.

Т.б. өйрәнеүселәр: В.А.Иванов, Н.А.Мәжитов, А.Х.Пшеничнюк, А.П.Смирнов, К.Ф.Смирнов һ.б.

Әҙәб.: М а ж и т о в Н.А. Южный Урал в VII— XIV вв. М., 1977; ш у л у ҡ. Курганы Южного Урала VIII—XII вв. М., 1981; И в а н о в В.А. У подножия Рифейских гор. Уфа, 1982; ш у л у ҡ. Древние угры‑мадьяры в Восточной Европе. Уфа, 1999; П ш е н и ч н ю к А.Х. Культура ранних кочевников Южного Урала. М., 1983; Курганы кочевников Южного Урала. Уфа, 1995; История Башкортостана с древнейших времён до наших дней. В 2 т. Т.1.: История Башкортостана с древнейших времён до конца XIX в. Уфа, 2004; М а ж и т о в Н.А., С у л т а н о в а А.Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2010.

В.А.Иванов, Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Карта: Иртә тимер быуатҡа ҡараған археологик мәҙәниәттәрҙең ареалы һәм төп ҡомартҡылары: I. Ананьин мәҙәниәте ареалы. II. Ананьин мәҙәниәте ҡомартҡылары: 1 — Әнәс ҡаласығы; 2 — Бөрө ҡаласығы; 3 — Кәкрекүл ҡаласығы; 4 — Камышинка ҡаласыҡтары; 5 — Яңы Ҡабан ҡаласығы; 6 — Торатау ҡаласығы; 7 — Ташйылға археологик комплексы; 8 — Юлдаш ҡаласығы; 9 — Трикол ҡаласығы. III. Пьяный Бор мәҙәниәте ареалы. IV. Пьяный Бор мәҙәниәте ҡомартҡылары: 10 — Ҡамышлытамаҡ ҡәберлеге; 11 — Юлдаш ҡәберлеге; 12 — Серёнькин ҡаласығы; 13 — Көшөл ҡәберлеге. V. Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ареалы. VI. Ҡара Абыҙ мәҙәниәте ҡомартҡылары: 14 — Биктимер археологик комплексы; 15 — Ҡормантау торағы; 16 — Охлебинин археологик комплексы; 17 — Өфө (Шайтан) ҡаласығы; 18 — Шипов археологик комплексы; VII. Савромат мәҙәниәте ареалы. VIII. Савромат мәҙәниәте ҡомартҡылары: 19 — Мәсетсай ҡурғандары; 20 — Переволочан ҡурғандары; 21 — Сиҙәм ҡурғандары. IX. Сармат мәҙәниәте ареалы. X. Сармат мәҙәниәте ҡомартҡылары: 22 — Әлмөхәмәт ҡурғандары; 23 —Биш Уба I; 24 — Бишуңғар ҡурғандары; 25 — Дербенёв ҡурғандары; 26 —  Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары; 27 — Темәс ҡурғандары; 28 — Прохоров ҡурғандары; 29 — Филипповка ҡурғандары. XI. Горохов мәҙәниәте ареалы. XII. Горохов мәҙәниәте ҡомартҡылары: 30 — Абдулла ҡаласығы; 31 — Ҡәҙер ҡурғандары; 32 — Торналы ҡаласығы; 33 — Йүкәлекүл торамаһы

 

Карта: Һуң тимер быуатҡа ҡараған археологик мәҙәниәттәрҙең ареалы һәм төп ҡомартҡылары: I. Бахмут мәҙәниәте ареалы. II. Бахмут мәҙәниәте ҡомартҡылары: 1 — Әңгәсәк ҡәберлеге; 2 — Бөрө ҡәберлеге; 3 — Бөрө ҡаласығы; 4 — Ҡаҙаҡлар ҡаласығы; 5 — Ҡаратамаҡ ҡәберлеге; 6 — Иҫке Ҡабан ҡәберлеге; 7 —Иҫке Мошто ҡәберлеге; 8 — Юлдаш ҡаласығы; III. Турбаҫлы мәҙәниәте ареалы. IV. Турбаҫлы мәҙәниәте ҡомартҡылары: 9 — Дежнев ҡурғандары; 10 — Кушнаренко ҡәберлеге; 11 — Кушнаренко торағы; 12 — Яңы Турбаҫлы ҡурғандары; 13 — Яңы Турбаҫлы тораҡтары; 14 — Шәрәй ҡәберлеге. V. Кушнаренко мәҙәниәте ареалы. VI. Кушнаренко мәҙәниәте ҡомартҡылары: 15 — Мәнәк археологик комплексы; 16 — Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы; 17 — Һынташты ҡәберлеге; 18 — Өфө ҡаласыҡтары; VII. Ҡараяҡуп мәҙәниәте ареалы. VIII. Ҡараяҡуп мәҙәниәте ҡомартҡылары: 19 — Бикеш ҡурғандары; 20 — Ҡараяҡуп ҡаласығы; 21 — Стәрлетамаҡ ҡәберлеге; 22 — Таптыков ҡаласығы; 23 — Суҡраҡлы ҡаласығы; 24 — Ямашатау ҡурғаны