УЯЛ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 309 кеше; 1959 — 262; 1989 — 133; 2002 — 159; 2010 — 159 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Супай а. кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Супай булараҡ теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018