УЯҘЫТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарат а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Уяҙытамаҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1119 кеше; 1920 — 1474; 1939 — 1172; 1959 — 1106; 1989 — 597; 2002 — 557 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

    Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1748 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар килеп ултыра). 1786 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килеп ултыра (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә). Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 11 йортта 76 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 656 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сана эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Р.Ә.Баҙамшин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов