УШАРЛАҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары буйлап Үрек һәм Нөгөш йй. араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 16 км, киңлеге 4—5 км, абс. бейеклеге 706 м (Шүрәлеҡасҡан тауы). Бейеклектәре 509—706 м еткән түбәләре бар. Рельефы даими һыу ағымы булған уйһыулыҡтар м‑н ҡатмарланған, көньяҡ битләүҙәре текә, төньяғы — һөҙәк, таш ишелмәләре бар. Инйәр свитаһының терриген ултырмаларынан, өҫкө рифейҙың минйәр свитаһы карбонаттарынан, вендҡа ҡараған әшә свитаһының аркозлы ҡомташтарынан ғибәрәт. У. итәгендә Үрек һәм Нөгөш йй. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман тау тупрағындағы йомшаҡ һәм киң япраҡлы урмандарҙан тора. Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.