УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә проф., урта махсус, ш. уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары; революцияға(1917) тиклем — башланғыс, урта махсус һәм проф. (ҡара: Ер үлсәү училищеһы, Коммерция училищеһы, Мәхәллә училищелары, Өйәҙ училищелары, Реаль училищелар, Халыҡ училищелары һ.б.). 1930 йй. алып байтаҡ У. (мед., муз., мәҙәни‑ағартыу, педагогия училищелары һ.б.) техникумдар базаһында ойошторола. 1940 й. башлап СССР‑ҙың Дәүләт хеҙмәт резервтары системаһында һөнәрселек, т. юл, төҙөлөш, а.х. механизациялау У. (1959 й. ПТУ‑ға, 1969 й. урта ПТУ‑ға, 1992 й. ПУ‑ға үҙгәртелә), 1954 й. — техник У. (1984 й. алып урта ПТУ) була. 90‑сы йй. күпселек У. колледж һәм лицейға үҙгәртелә.

Башҡортостанда тәүге У. булып Төп халыҡ училищеһы, кесе халыҡ училищелары тора. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы, Разведчиктар хәрби авиация училищеһы, Хәрби пехота училищеһы эшләгән. 2005 й. респ. 9 урта махсус У., 123 ПУ һәм проф. лицей иҫәпләнә, 2008 й. — ошоға ярашлы 4 һәм 111. Улар араһында Сәнғәт училищеһы, Октябрьский музыка училищеһы, Һөнәрселек училищеһы №19, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы һ.б.

Әҙәб.: Аминов Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006; Каримов К.К. Культура Башкортостана (1917—2000). Уфа, 2006.

И.Н.Байышев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина