БАЛАН (Viburnum), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр төҫтә. Үрендеһе яланғас, көлһыу аҡ төҫтә, шыма, ҡайһы ваҡыт ҡырлы. Япрағы ябай, сите эре киртләсле 3—5 айырсалы, аҫтан төклө, һаплы, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәһе аҡ, ситтәгеләре эре, йәйенке, стериль; урталағылары ваҡ, ҡыҫҡа ҡыңғыраулы, ике енесле; сәскәлеге — сатыр һымаҡ һепертке. Май—июндә сәскә ата. Емеше һарғылт ҡыҙыл, төшлө, авг.—сент. өлгөрә. Урманда, йылғаның һыубаҫар туғайҙарында, күл ярҙарында, һаҙлыҡ ситтәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Декоратив, дарыу үҫемлеге. Составында витаминдар, дуплау матдәләре, органик кислоталар, шәкәр, микроэлементтар булған емеше, аҙыҡ итеп, яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла, ҡоштар өсөн аҙыҡ.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика