УЧАЛЫ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Учалы р‑нының адм. үҙәге (1965 й. алып). Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал аръяғының төньяғында, Ҡарағастүбә (586 м) һәм Олотау (659 м) тауҙары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 46 км2. Халҡы (мең кеше): 1989 — 32,3; 2002 — 37,2; 2010 — 37,7. Милли составы (2010): башҡорттар — 50,2%, урыҫтар — 26,6%, татарҙар — 20,9%.

Ҡаланың иҡт. нигеҙе — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, эшкәртеү сәнәғәте. У. Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты, «“Техноплекс” заводы» (төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдарын етештереү), «“Николь-Пак” заводы», “Форум” (металдан изделиелар сүкеү), “Учалы йылылыҡ селтәрҙәре”, “Учалы электр селтәрҙәре” ААЙ‑лары, Учалы тегеү фабрикаһы, “Союз” төҙөлөш компанияһы, “Дорзеленстрой”, “Заказсы хеҙмәте” идара итеүсе компанияһы ААЙ‑лары, “Благоустройство”, “Коммунальщик” МУП‑тары, «Учалы мәғлүмәт үҙәге – БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП‑ы филиалы» һ.б. эшләй. У. аша Көньяҡ Урал т. юлы [Мейәс (Силәбе өлк.)— Учалы участкаһы], Учалы—Межозёрный (Силәбе өлк.) т. юл тармағы, Белорет—Учалы—Мейәс, Учалы—Ахун автомобиль юлдары участкалары үтә. Учалы сәнәғәт узелына инә.

У. Учалы тау‑металлургия техникумы, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы, 3 урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 2 лицей, махсус (коррекция) мәктәп‑интернат, 7 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар музыка мәктәбе, художество мәктәбе, Ижад һарайы, Балалар (үҫмерҙәр) туризмы, экскурсиялар һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге, йәш натуралистар станцияһы, “Стиль” балалар-үҫмерҙәр һәм йәштәр ял итеү үҙәге, “Горизонт” туризм-спорт үҙәге, “Таусы” боҙ аренаһы, “Таусы” стадионы, “Патриот” хәрби-патриотик клуб, ДЮСШ; үҙәк ҡала дауаханаһы, “Росинка” һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге, Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тының шифахана‑профилакторийы, “Урал” балалар шифаханаһы (ҡара: Шифахана‑курорт учреждениелары); Учалы филармонияһы, 5 китапхана, Учалы музейы, “Йәшмә” кинопаркы мәҙәни-ял үҙәге (ҡара: “Урал” кинотеатры); сиркәү, 2 мәсет, ш. иҫ. Учалы йәмиғ мәсете, бар. Урыҫ телендә “Учалинская газета” һәм башҡ. телендә “Яйыҡ” гәз. сыға.

Ҡалаға Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығын разведкалау һәм үҙләштереүгә бәйле барлыҡҡа килгән Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы эшселәр ҡасабаларын берләштереү һөҙөмтәһендә 1963 й. нигеҙ һалына. У. “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында 3‑сө урын яулай (2008). “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) торамаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе була (2010) һәм 3‑сө урынды яулай (2013).

Р.А.Фәтҡуллин 

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.