УЧАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑нында урынлашҡан. 19 б. аҙ. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1902 й. алып башланғыс мәктәп, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1929 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала. 2006 й. Ә.Ғ.Хөснөтдинов исеме бирелә. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханалары, баҡсаһы, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Й.О.Сөнәғәтуллин, Хөснөтдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 4,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Л.В.Вәлиев, Н.Х.Заһиров, Ә.М.Мәзитов, З.С.Тереғолова, Хөснөтдинов, М.А.Хәйҙәров.

Г.Ә.Кирәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина