УЧАЛЫ ТАУ‑МЕТАЛЛУРГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1959 й. Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡасабаһында (хәҙ. Учалы ҡ.) Баймаҡ тау‑металлургия техникумының (ҡара: Баймаҡ тау‑механика техникумы) филиалы булараҡ асыла, 1967 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәғлүмәт эшкәртеүҙең автоматлаштырылған системалары, файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында үҙләштереү, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программалар м‑н тәьмин итеү, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү, уларҙы эксплуатациялау, электр һәм электромеханика ҡорамалдарын техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе һ.б. 4 компьютер класы, китапханаһы, мед. пункты, методика кабинеттары, мәғлүмәт‑хисаплау үҙәге, уҡыу залы, мәғлүмәт технологиялары, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау лаб. бар. 6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009), улар араһында И.Ә.Абдрахманов. Магнитогорск тау техник ун‑ты һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Н.Х.Ирмикимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.