УЧАЛЫ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. 1939 й. “Башзолото” тресы һәм Бөтә Союз геол. ин‑тының (Ленинград) геол.‑геофизик ревизия партияһы тарафынан асыла. Ятҡылыҡ базальт нигеҙендә барлыҡҡа килгән эффузив‑экструзив риодацит вулкан көмбәҙҙәре (улар колчедан ятышы һәм ҡарамалыташ, олотау свиталарының вулканиттары м‑н бергә ҡыҫылып йыйырсыҡланған һәм текә төшөүсе өҙәр боҙоҡлоҡтар буйлап урынынан күскән) төркөмөнән торған палеовулканик төҙөлөшкә тура килә. Мәғдәнле ятышты эсенә алған вулканоген тоҡомдар (стратиграфия б‑са — аҫтан өҫкә, текә ятышында — көнсығыштан көнбайышҡа) диабаз порфириттар һәм уларҙың брекчияларынан (ҡалынлығы 250 м), риодацит һәм риолит составлы эффузив, пирокластик һәм экструзив тоҡомдарҙан (50—500 м), вулканоген‑ултырма һәм саҡматаш ҡатламдарҙан (300 м тиклем), базальт һәм андезибазальт порфириттар һәм туфтарҙан (1500 м) тора. Әсе составлы вулканиттар һәм вулканоген‑ултырма ҡатламдар ҡушылмаһында мәғдәнле есем урынлашҡан, уның метасоматик зонаһының ҡалынлығы аҫылма ҡабырғала 60 м, ятҡан ҡабырғала 200 м етә. Окисланыу зонаһында колчедан ятышының өҫкө өлөшө алтынлы “тимер эшләпә”гә әйләнгән. Мәғдәндәр 80‑гә яҡын минералды үҙ эсенә ала: төп — пирит, сфалерит, халькопирит; икенсе дәрәжәләге минералдар — галенит, гематит, магнетит, тетраэдрит; һирәктәре — алтаит, арсенопирит, гёссит, калаверит, марказит, моусонит, мельниковит, пирротин, реньерит, саф алтын, теллуровисмутит һ.б.; мәғдән булмаған минералдар — кварц, барит, хлорит, карбонат. Төп сәнәғәт мәғдәндәре: тотош һәм бөрсөклө баҡыр‑цинк, кондицияһыҙ бөрсөклө баҡыр. Төп файҙалы компоненттар – баҡыр, цинк, көкөрт — һәм бер ыңғайҙан сығарыла торған алтын һәм көмөштән тыш, уларҙың составына ҡурғаш, селен, теллур, индий, кадмий, мышаяҡ, барий һ.б. инә. Юғары мышаяҡлы һәм юғары терегөмөшлө мәғдәндәр өҫтөнлөк итә. Линзаға оҡшаш мәғдәнле есемдең дәүмәле оҙонлоғо б‑са 1300 м, ауышлығы б‑са 400—500 м, ҡалынлығы б‑са 150 м тиклем тәшкил итә; тау тоҡомдары м‑н меридионалгә яҡын йүнәлештә һуҙылған, дөйөм текә ятышҡа эйә, үҙәк өлөшө йыйырсыҡланған. Ике мәғдән сығанағы каналының зоналарында ятҡан ҡабырға яғынан мәғдәнле есем — ҡабарыу, түбәһендә конусҡа оҡшаш убалар м‑н ҡатмарланған. Типик алтынлы “тимер эшләпә” булған колчедан ятышы өҫкө өлөшөнөң окисланыу зонаһы 1940—54 йй. карьер һәм ваҡ шахталар ярҙамында эшкәртелә (11 г/т булғанда 12 т ашыу алтын сығарылған). Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты сульфид мәғдәндәрен асыҡ (1954 й. алып) һәм ер аҫты (1988 й. алып) ысулдары м‑н сығара; тәрәнлеге 480 м еткән (2009). 1955—2009 йй. 132661 мең т мәғдән сығарылған. В+Скатегориялы ҡалдыҡ баланс запасы 14518 мең т иҫәпләнә, баҡыр миҡдары — 1,0%, цинк — 4,23% (2009). Ятҡылыҡтың тәрән горизонттарындағы Ркатегориялы прогноз ресурстары 15 млн т мәғдән, 109 мең т баҡыр, 312 мең т цинк, 15 т алтын тәшкил итә. Тауар концентраттарына сығарғанда баҡыр һәм цинк — 80—85%, алтын 15—20% була. У.б.к.я. беренсе асыусылар: Л.А.Баженов, И.М.Ғарипов, А.И.Демчук, М.И.Долгаль, Х.А.Шәфиев.

И.Б.Серавкин, А.В.Чадченко

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Илл.: Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығының карьеры