УЧАЛЫ, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т. табан 12 км алыҫлыҡта Оло Учалы күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2119 кеше; 1920 — 3129; 1939 — 2552; 1959 — 3475; 1989 — 5186; 2002 — 6102; 2010 — 6049 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Юл ремонт‑төҙөлөш идаралығы, урман хужалығы урынлашҡан. Ауыл хужалығы колледжы, урта мәктәп, башҡ. гимназияһы, балалар сәнғәт мәктәбе, 4 балалар баҡсаһы, балалар йорто, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, 2 мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Бөгөлмә өйәҙе Митрәй а. типтәрҙәре Митрәй исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1783 й. алып билдәле. Шулай уҡ Дмитрий, Мәнүсәй исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 63 йортта 408 кеше йәшәгән, 1866 й. 274 йортта — 1983 кеше. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 19 б. 1‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1900 й. 3 мәсет, 2 мәктәп, ел тирмәне теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 1930—63 йй. Учалы р‑нының адм. үҙәге. Л.Н.Белан, У.Б.Имашев, С.М.Кликич, Б.Ш.Минасов, Х.Х.Таһиров, Ф.Ғ.Хәмиҙуллина, Ә.Ғ.Хөснөтдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018