УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ,1976 й. ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға индерелгән (урман тейәгестәр, ботаҡ ҡырҡҡыс, ботаҡ ҡырҡҡыс‑бысыу, транспорт‑тейәү машиналары; 90‑сы йй. урт. ТЭЦ һәм ГЭС‑тар өсөн йылытыу‑техник ҡорамалдар,  манипуляторҙар, ашлыҡ киптергестәр; 2000 й. алып утын яғыла торған һыу йылытыу ҡаҙандары, нефтехимия сәнәғәте өсөн арҡыры тығыҙлағыстар, регенератив һәм рекуператив һауа йылытҡыстар етештереү башлана), 2002 й. башлап ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына иретеп йәбештереү‑йыйыу, механика (икеһе лә 1981 й. нигеҙләнгән), энергетика (1980) цехтары; әҙерләмәләр, инструменттар, ремонт‑эксплуатация (1981) участкалары инә. 2003 й. 249 кеше эшләй; 122,9 т һауа йылытҡыстар етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина