УЧАЛЫ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Баҡыр‑цинк мәғдәндәрен сығарыу һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. РФ‑та цинк (1‑се урын) һәм баҡыр (3‑сө урын) концентраттарын етештереү б‑са иң ҙур пр‑тие. Составына Учалы ер аҫты һәм Үҙйылға (Силәбе өлк.) рудниктары, байыҡтырыу ф‑каһы (1968), т. юл һәм технологик гидротехника цехтары, автотранспорт пр‑тиеһы, ремонт-механика з‑ды, маркшейдер эштәре идаралығы, химия лаб., склад хужалығы, Сибай филиалы (2004 й. алып) инә. Шифахана‑профилакторийы бар. 2009 й. 6000‑гә яҡын кеше эшләгән; 5402,6 мең т мәғдән сығарылған, концентраттар алынған (мең т): баҡыр — 61,1, цинк — 117,9; алтын — 1775 кг, көмөш — 60,8 т. Продукцияһын ҡулланыусылар — РФ‑тың металлургия комплексы пр‑тиелары.

1954 й. Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы базаһында ойошторола, 1992 й. алып АЙ, 1995 й. башлап ЯАЙ, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела тармаҡта тәүге тапҡыр Учалы карьерының көньяҡ‑көнсығыш бортын трос м‑н нығытыу технологияһы, капиталь төшөү урындарына тимер‑бетон һаҡ кәртәһе, тупаҫ цинк концентраттарын тимерһеҙләндереү һәм баҡырһыҙландырыу схемаһы һ.б. индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Пр‑тие м‑н И.Ә.Абдрахманов, Ф.Я.Аҡылов, М.А.Беляев, В.Т.Власенко, В.В.Григорьев, Л.М.Ишкилдин, М.Ә.Йәһүҙин, Е.П.Калинин, Р.М.Ниғмәтуллин, П.И.Пирожок, А.К.Самусенко, Ф.Ғ.Хәмиҙуллина А.П.Хмелёв, һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Н а с ы р о в Р.Х. Руда и люди. Уфа, 2004.

Р.Х.Насиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина