ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Трансценденталь мәктәп, мәҙәни-ағартыу һәм философик берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италия философик берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан өйрәнеү, уның тәғлимәте т‑да белем таратыу, фән философияһын һәм методологияһын эшләү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Фихте уҡыуҙары, семинарҙар, халыҡ-ара конференциялар (1999, 2001, 2004; барыһы ла — Өфөлә) үткәрә, йәмғиәттең рухи тормошондағы төрлө өлкәләргә ҡағылышлы фәнни хеҙмәттәр нәшер итә һ.б. Президенттары: А.В.Лукьянов (1992 й. алып, 2008 й. башлап), М.А.Пушкарёва (2004—07).

А.В.Лукьянов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика