БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары, М.И.Өмөтбаевтың “Йәдкәр” йыйынтығына ингән айырым шиғырҙары һәм мәҫәлдәре һ.б. Б.ә. 20 б. башында әүҙем үҫешә башлай. Тәүге хрестоматиялар нәшер ителә: А.Г.Бессоновтың “Төньяҡ‑көнсығыш башҡорттары өсөн әлифбанан һуң тәүге уҡыу китабы” (“Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для северо-восточных башкир”; 1906) һәм “Көньяҡ‑көнсығыш башҡорттары өсөн әлифбанан һуң тәүге уҡыу китабы” (“Первая после букваря книжка для чтения и практические первоначальные уроки для юго-восточных башкир”; 1908). Ш.Бабич, М.Ғафури, Ә.С.Иҫәнбирҙин, Я.Ғ.Йомаев, Б.Ғ.Мирзанов, З.Өммәти, С.С.Яҡшығолов балаларға әҫәрҙәр бағышлай. Башҡ. яҙыусылары балалар өсөн “Аҡ юл” ж. (Ҡазан) әүҙем яҙыша. Был осор Б.ә. өгөт-нәсихәткә ҡоролған һәм донъяны танып белергә йүнәлтелгән. Октябрь революцияһынан һуң Б.ә. тематикаһы киңәйә, яңы образдар барлыҡҡа килә. Ғ.Амантай, Й.Гәрәй, Х.Ғ.Ғәбитов, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби, А.Карнай, С.Кулибай, Х.Кәрим, Х.Мохтар, Ғ.Сәләм, А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. ижады Б.ә. артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. 1929 й. башҡ. телендә балалар өсөн “Керпе” (ҡара: “Аманат”) исемле тәүге журнал нәшер ителә башлай. Х.Мөхтәрҙең үҫмерҙәрҙең рев‑ция эшмәкәрлегендә ҡатнашыуы хаҡындағы “Дауыл алдынан” (1935, һуңғы редакцияһы — 1955) киҫкен сюжетлы повесы 30-сы йй. Б.ә. билдәле әҫәрҙәрҙең береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илде яҡлау темаһы Б.ә. төп темаға әйләнә. З.Ә.Биишеваның “Партизан малай” (1942), К.Мәргәндең “Разведчик Булат һәм уның дуҫы Турат” (1944) һ.б. хикәйәләрҙең төп геройҙары — өлкәндәр м‑н бер рәттән һуғыш ваҡиғаларында ҡатнашыусы ҡурҡыу белмәҫ малайҙар. С.Агиштың “Петька Якушин менән Петька Байрамғолов” (1942), Ғ.Ғүмәрҙең “Ике Тимербулат” (1942) һ.б. хикәйәләрҙә — башҡорт һәм урыҫ, украин балалары араһындағы дуҫлыҡ; С.Агиштың “Минең өс айым”да (1944) фронтҡа киткән ирҙәрҙе алмаштырған балаларҙың хеҙмәт батырлығы күрһәтелә. Р.Ниғмәтиҙең  гражданлыҡ, ватансылыҡ м‑н һуғарылған “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” поэмаһы ошо осор Б.ә. оло ваҡиға була.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Б.ә. Ә.Вәли, Р.Б.Ғабдрахманов, Ж.Ғ.Кейекбаев хикәйәләре һәм риүәйәттәре, К.Мәргәндең “Ҡариҙел” (1947), С.Агиштың “Йылға буйында” (1952), Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” (1951), М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” (1954), Ә.Ғ.Бикчәнтәевтең “Ҙур оркестр” (“Большой оркестр”, 1956; башҡортса — 1957) повестары һ.б. м‑н тулылана, уларҙың төп темаһы — дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, бер-береңә ярҙам итеү, шәхестең коллектив алдындағы яуаплылығы. Ф.Ә.Рәхимғолованың “Яҡын дуҫ” (1947), С.Кулибайҙың “Ҡоштар” (1948), Ҡ.Даяндың “Ҡоштар килә” (1954), К.К.Кинйәбулатованың “Тәүге сәскәләр” (1947) һ.б. шиғыр йыйынтыҡтарында авторҙар мауыҡтырғыс формала бәләкәстәрҙе тирә-яҡ мөхит м‑н таныштыра. Биишеваның “Йәнле хәрефтәр” (1947), “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” (1949), “Ел-ел арбам” (1956) китаптары поэтик форма үҙенсәлеге м‑н айырыла, халыҡ әкиәттәренә яҡын. 60—90-сы йй. Ш.Бикҡол, Биишева, Бикчәнтәев, Д.М.Бүләков, М.Ғәли, А.Игебаев, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Кинйәбулатова, Рәхимғолова, Г.Юнысова һ.б. китаптары яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә нәшер ителә. М.Кәримдең “Хәбәр көтәм” (“Жду вестей”; 1976) һәм С.Әлибайҙың “Тылсымлы шар” (1994) китаптары ЮНЕСКО эргәһендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Х.К.Андерсен ис. почётлы дипломына лайыҡ була.

20 б. 80-се йй. — 21 б. башы Б.ә. жанр һәм стиль төрлөлөгө хас. Поэзия һәм проза м‑н бер рәттән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн драматургия үҫешә. С.Р.Сурина, Л.Һаҡмар, Ғ.Ғ.Шафиҡов, С.Әлибай һ.б. пьесалары Башҡорт драма театрында, Милли Йәштәр театрында һәм Ҡурсаҡ театрында ҡуйыла. Б.С.Байымов, Н.Ғәйетбай, Иҫәнғолов, Ф.Ә.Исхаҡова, Б.З.Рафиҡов, Ғ.А.Хисамов һ.б. әҫәрҙәре аша балалар өсөн фантастик һәм мажаралы әҙәбиәт үҫешә. Башҡ. Б.ә. тарихында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәүге роман — Н.Ғәйетбайҙың Ур планетаһынан Әмилә исемле ҡыҙыҡайҙың мауыҡтырғыс мажаралары һәм уның Ерҙәге Батыр исемле малай м‑н дуҫлығы хаҡындағы “Сит планета ҡыҙы” әҫ. (баҫм. 2003) донъя күрә. Р.Ф.Байбулатов, М.С.Бураҡаева, Ғ.Дәүләди, Ғ.Ғ.Зарипов, В.М.Исхаҡов, С.М.Муллабаев, Н.С.Мусин, Р.Ғ.Низамов, Р.З.Низамов, Б.Ноғоманов, Ғ.З.Рамазанов, Р.М.Сабитов, М.Х.Садиҡова, М.Сиражи, Р.Ғ.Солтангәрәев, Д.Ә.Талхина, Р.Хәйри, Ә.Ә.Хәмәтдинова, Ф.А.Әсәнов, Ә.Әхмәт-Хужа, М.К.Әһлиуллин һ.б. балалар өсөн яҙыша. Ә.З.Вәхитова, Г.Ғ.Ғәлиева, Т.Ғәниева, Ә.Ш.Йәғәфәрова, Ә.А.Таһирова, Ф.Х.Туғыҙбаева, З.М.Ханнанова, М.Х.Хисмәтуллина, Г.М.Шафиҡова, З.Ә.Әхмәтйәнова, М.Ямалетдин һ.б. шиғырҙары балалар һәм үҫмерҙәрҙең хис-тойғоларын һәм әхлаҡи принциптарын формалаштырыуға арналған.

Хәҙ. заман яҙыусылары рухиәт, туған тел һәм мәҙәниәтте һаҡлау проблемаларына етди иғтибар бүлә. Һуңғы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт өлкәһендә Ф.Х.Ғөбәйҙуллина, Ф.Т.Мөхәмәтйәнов, Ф.С.Мырҙаҡаев, Г.Р.Ситдиҡова, И.Х.Тимерханов, Р.М.Ураҡсина, М.Б.Әбсәләмов һ.б. әүҙем эшләй. “Балалар әҙәбиәте антологияһы” (2 китапта, 1986—1987) баҫмаһы Б.ә. тарихында ҙур ваҡиға булды.

Яҙыусылар союзы эргәһендә балалар әҙәбиәте секцияһы эшләй. Яҙыусылар һәм шағирҙар балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә осрашыуҙар, йәш әҙәбиәтселәр әҫәрҙәре хаҡында фекер алышыуҙар ойоштора, Б.ә. темаһына арналған респ. семинарҙары уҙғара.

2005 й. балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте һәм мәҙәниәте өлкәһендә Һ.Дәүләтшина ис. БР Дәүләт пр. булдырылды.

2) Балалар әҙәби ижады. 1981 й. “Уҡыусылар ижады” баҫмаһы серияһы сығарыла башлай. Ошо серияның “Беҙ баласаҡ иленән” (1981), “Гөрләүек” (1997) китаптарына йәш уҡыусыларҙың элек “Аҡбуҙат” һәм “Аманат” ж., “Йәншишмә” гәз. баҫылған эштәре ингән.

Әҙәб.: Сафуанов С.Ғ. Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары. Өфө, 1988; Бүләкова Ғ. Яҙыусы һәм мәктәп //Заман талабы, әҙип яуабы. Өфө, 1990.

С.Ғ.Сафуанов, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика