УФИМСКИЙ 1, болон клеверы сорты. 20 б. 60‑сы йй. А.В.Яфаев (БАХИ) тарафынан урындағы клеверҙы иң продуктив сорттар м‑н ирекле һеркәләндереү ысулы ярҙамында сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—80 см тиклем, төҙ, 6—11 быуын араһы бар, ныҡ тармаҡлы, бер аҙ төклө. 52—59%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы өсәрле, йәшел, япраҡ йәймәһенең урта өлөшөндә асыҡ күренгән өсмөйөш һымаҡ аҡ тап бар. Сәскәһе ҡыҙыл, сәскәлеге — тумалаҡ. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында, һарғылт, шәмәхә төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,7—1,9 г. Ҡышҡа сыҙамлы сорт, һуң өлгөрә, бер тапҡыр сабыла, бер тигеҙ үҫә. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): бесән — 72, орлоҡ — 1,1; 100 кг йәшел массала 19,8 мал аҙығы берәмеге һәм 2,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Балтас сорт һынау участкаһы, 2007—08). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1967 й. индерелгән, Урал аръяғы дала зонаһында, көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Р.К.Кадиков

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.