УФИМСКАЯ, фасоль сорты. 1993 й. С.Н.Сәмиғуллин (БДАУ) тарафынан Щедрая сортын урындағы популяция үҫемлектәренең һеркәһе м‑н яңынан һеркәләндереү һөҙөмтәһендә алынған гибрид популяциянан күп тапҡыр индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуаҡ булып үҫә. Һабағының бейеклеге 0,43 м тиклем. Япрағы эре, асыҡ йәшел төҫтә. Сәскәһе ваҡ, тоноҡ алһыу, сәскә һабында 1—2‑шәр урынлашҡан. Ҡуҙағы уртаса ҙурлыҡта, 3—4 орлоғо бар, бер аҙ бөгөлгән. Орлоғо тоноҡ алһыу, асыҡ шәмәхә һүрәтле, эллипс формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 267—369 г. Аҡһым миҡдары 23,6—24,5%. Йығылыу һәм ҡойолоуға бирешмәүсәнлеге юғары, ҡоролоҡҡа — уртаса. Ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Уртаса өлгөрөүсе сорт. Вегетация осоро 77—90 көн. Уңдырышлылығы 19,4 ц/га (Дүртөйлө дәүләт сорт һынау участкаһы, 1998). БР б‑са ҡулланылышҡа 1998 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

С.Н.Сәмиғуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова