УФИМСКАЯ, ҡабаҡ сорты. 1976 й. Э.М.Кузеев, С.С.Умов (БНИИСХ) тарафынан Серая Волжская һәм Стофунтовая сорттарын һеркәләндереп алынған гибрид популяциянан күп тапҡыр шәхси һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Емешенең ауырлығы 3,2—7,3 кг, бейеклеге 14—25 см, диам. 28—45 см; йоҡа ҡабыҡлы, яҫы‑йомро, бер аҙ сегментланған, төҫө тоноҡ алһыуҙан һарыға, ҡыҙғылт һарыға тиклем. Составында 10,1% ҡоро матдә, 8,2% дөйөм шәкәр, 2,1% сахароза, 2,66 мг/кг каротин бар. Сорттың ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы юғары, ауырыуҙарға бирешмәүсәнлеге уртаса. Вегетация осоро 83—93 көн. Уртаса уңдырышлылығы 382 ц/га (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1976—81). БАССР б‑са ҡулланылышҡа 1981 й. индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Э.М.Кузеев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018