УФИМСКАЯ, ҡарабойҙай сорты. 1990 й. Н.И.Колюкаева, Ф.Ф.Мәғәфүрова, А.М.Сабитов, Н.Б.Сабитова (БНИИЗиС) тарафынан Короткостебельная 1 һәм Короткостебельная 2 ҡарабойҙай сорттарының гибрид популяцияһынан юғары продуктлы, эре бөртөклө үҫемлектәрҙе һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 70—75 см, 9—13 быуыны бар. Яҡшы тармаҡлана һәм күп йыйнаҡ сәскәлек барлыҡҡа килтерә. Япрағы өсмөйөш‑йөрәк формаһында. Сәскәһе аҡ төҫтә. Орлоғо көрән, эре. 1000 орлоғоноң ауырлығы 28—30 г, орлоғоноң тигеҙләнеше 85%, натураһы 510— 590 г/л, ярылылығы 23—26%. Ярма сығышы 75—78%. Аҡһым миҡдары 16—18%. Сорт йығылыуға һәм орлоғо ҡойолоуға тотороҡло, ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы уртаса. Вегетация осоро 75—85 көн. Уңдырышлылығы – 29,8 ц/га (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2004). Урал төбәге б‑са ҡулланылышҡа 1995 й. индерелгән.

А.М.Сабитов

Тәрж. Г.А.Миһранова