“УФИМКАБЕЛЬ”, ААЙ. Төрлө тәғәйенләнешле кабелдәр, сым һәм шнурҙар етештерә. Составына әҙерләмә, 2 кабель бүлексәһе; инструмент һәм йыһаз, транспорт‑эксплуатация участкалары инә. Магазины бар. 2009 й. 319 кеше эшләгән; 17,1 мең км продукция етештерелгән, ш. иҫ. монтажлау, радиойышлыҡлы, контроль, көс кабелдәре; автомобиль, урама, йылытыу сымдары; яҡтыртҡыс шнурҙары. Продукцияһы БР‑ҙа һәм  РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

1941 й. эвакуацияланған “Винилпровод” (Подольск ҡ), “Электрошнур” (Одесса ҡ.), “Электропровод” (Москва) з‑дтары базаһында 680‑се дәүләт союз з‑ды булараҡ ойошторола, окт. 1‑се продукцияһын сығара: детонатор шнурҙары, телефон һәм сапёр сымдары, хәрби‑ялан элемтә кабелдәре (1958–59 йй. – бәләкәй габаритлы телевизион, 1965–66 йй. радиойышлыҡлы бәләкәй габаритлы “Микротракт” сериялы кабелдәр етештереү үҙләштерелә); 1964 й. хәҙ. исемен, 1991 й. – ААЙ, 1998 й. – ДУП, 2003 й. алып хәҙ. статусын йөрөтә. Пр‑тиела 2008 й. РФ‑та тәүге тапҡыр изоляциялы һәм көплө, янмай торған һәм утҡа сыҙамлы МКПсЭВ маркалы монтажлау кабелдәре, поливинилхлорид пластик изоляциялы, ҡурғашһыҙ нигеҙле стабилизаторҙары булған ПВАМбс маркалы  автотрактор сымдары, ПНСВ, ПРКА, ПНРТВЭ маркалы йылытыу сымдары, тармаҡта тәүге тапҡыр цифрлы станциялар өсөн КВСМВ, КТПВЦЭ маркалы кабелдәр етештереү технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты (икеһе лә – 2008, 2009). З‑д бинаһы (ҡара: Земствобашҡармаһы бинаһы) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина