УФИМКА, ҡамышүлән бүтәгәһе сорты. 2007 й. Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, И.П.Леонтьев (БНИИСХ) тарафынан урындағы ҡырағай флора үрнәктәрен һәм Балтика сортын яңынан ирекле һеркәләндереп алынған гибрид популяцияларҙан күп тапҡыр киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Төҙ, уртаса тығыҙлыҡтағы ҡыуаҡ. Һабағының бейеклеге 80—155 см, 4 быуын араһы бар. 75—80%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы киң, ҡытыршы, 15—33 см оҙонлоҡтағы асыҡ күренеп торған киле бар. Сәскәһе асыҡ һоро төҫмөрлө асыҡ йәшел төҫтә, сәскәлеге — эре йәйенке һепертке. Орлоғо ваҡ, һорғолт һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2,5 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, яҙ көнө һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Онло ысыҡҡа тотороҡло, тут м‑н аҙ зарарлана. Йәшел конвейер системаһында үҫтереү өсөн тәҡдим ителә. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 340, бесән — 101, орлоҡ — 7,5; йәшел массала (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 11,8% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 2005—07). БР б‑са ҡулланылышҡа 2010 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова, И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова