УФИМЕЦ, ҡытай шыҡтымы сорты. 20 б. 60‑сы йй. О.А.Кравченко, Л.Н.Миронова, А.А.Реут (Ботаника баҡсаһы; ҡара: Ботаника баҡса‑институты) тарафынан Amabilis Superbissima һәм Avalanche сорттарын гибридлаштырыу ысулы м‑н сығарыла. Аҙ япраҡлы ыҡсым ҡыуаҡ, бейеклеге 60 см тиклем. Һабағы нәҙек, тоноҡ антоциан төҫөндә. Япрағы уртаса оҙонлоҡта, йәшел төҫтә, ялтырауыҡһыҙ, өс тапҡыр өсәрле. Сәскәһе (40‑ҡа тиклем) ярым ҡатмарлы таж япраҡлы, алһыу төҫтә, диам. 20 см тиклем. Еҫе уртаса. Сәскә һабы ныҡлы. Уртаса иртә өлгөрә, июнь уртаһында сәскә ата (12— 13 көн). Декоративлығы 92 балл. Емеше күп япраҡлы. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы сорт, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостар м‑н зарарланмай. Вегетация осоро 150 көнгә тиклем. Ҡыуаҡ бүленеү юлы, үҫеш стимуляторҙары м‑н эшкәрткәндә — йәшел һабаҡтары (үҫемлектәрҙең сәскәгә төймәләнеү фазаһында) м‑н үрсей. БР б‑са ҡулланылышҡа 2008 й. индерелгән, көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

Л.Н.Миронова, А.А.Реут

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.