БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ, балалар ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм хирургик дауалау алымдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Респ. фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр аппендицитты (ш. иҫ. перитонит м‑н ҡатмарлашҡанын) диагностикалау һәм дауалау проблемаларына арнала (М.Ғ.Мәүлитова). 20 б. 70—90‑сы йй. аш һеңдереү юлының ҡуш булыуы (Ш.С.Ишемов), диафрагма бүҫерҙәре (А.Ә.Ғүмәров), тайышлыҡ (Р.М.Дәүләтшин) һ.б. үҫеш кәмселектәрен иртә диагностикалау һәм хирургик төҙәтеү алымдары; киҫкен эренле деструктив пневмонияны хирургик дауалауҙың аҙ травма биргән ысулдары (М.Т.Юлдашев һ.б.) эшләнә; эндемик боғаҡ булғанда, ҡалҡан биҙенең бер өлөшөн хирургик юл м‑н алып ташлағандан һуң, алмаштырып дауалау принцибы нигеҙләнә (Ф.Ғ.Садиҡов); операциянан һуңғы осорҙа ауыртыуҙы оҙаҡ ваҡытҡа баҫыу сараһы сифатында поливинилморфолидондың һөҙөмтәлелеге иҫбатлана (М.В.Туймедов). Бронхоэктаздарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре асыҡлана, бронхоэктатик ауырыуҙы диагностикалау алымдары камиллаштырыла һәм лазер ҡулланып хирургик дауалау ысулы уйлап табыла (В.В.Климанов); киҫкен гематоген остеомиелитты иртә диагностикалау өсөн остеомедуллография алымы эшләнә һәм дауалау практикаһына индерелә (Ф.Х.Ғайнанов). Респ. балалар клиник дауаханаһында бөйөрҙәрҙең үҫеш кәмселектәренең һәм трансплантацияһының төрлө аспекттары өйрәнелә, бөйөрҙәрҙе туғандарҙан алып күсереп ултыртыу практикаға индерелә (Ш.С.Смаҡов); тәүге тапҡыр тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен, эсәктәрҙең киҫкен үткәрмәүсәнлеген,операцияға тиклем һәм унан һуңғы перитонитты, төрлө ерҙә урынлашҡан эхинококкозды диагностикалау һәм күҙаллауҙың сонографик ысулдары эшләнә (Н.П.Васильева). Сей яра ауырыуын, үт ташы ауырыуын, эсәктәрҙең үткәрмәүсәнлеген, сандыр бүҫере ҡыҫылыуын, талаҡ ауырыуҙарын һ.б. эндоскопик дауалау ысулдары уйлап табыла һәм дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында практикаға индерелә (В.Г.Алянгин). 90‑сы йй. аҙ. РФ‑та тәүге тапҡыр үпкә һәм күкрәк ситлеге арауығы ағзалары ауырығанда видеоторакоскопик операциялар яһау методикалары (И.А.Мәмлиев), операциянан һуңғы перитонитты (В.У.Сатаев), үпкә һәм бауыр эхинококкозын (Ғүмәров) дауалауҙың эндохирургик алымдары үҙләштерелә һәм дауалау практикаһына индерелә. Күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары эндоскопик хирургияһында (В.В.Макушкин), балаларҙа сколиозды хирургик юл м‑н дауалағанда (О.Е.Евграфов), плевра эмпиемаһы ваҡытында видеолапароскопик операциялар яһағанда (С.Ю.Ишкова) дөйөм ауыртыуҙы баҫыу методикалары эшләнә. Бөйөр патологияһын (С.А.Коновалов), тыумыштан булған үҫеш кәмселектәрен (А.Е.Кашин), эсәктәрҙең бер-береһенә йәбешеп үткәрмәүсәнлеген (А.Ҡ.Әлибаев) һ.б. диагностикалау һәм хирургик дауалау мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; тубыҡ быуындары травмалары һәм ауырыуҙарына артроскопик операциялар яһау практикаға индерелә (Р.А.Ғүмәров). Респ. балалар клиник дауаханаһында реанимация-консультация үҙәге (1989) һәм яңы тыуған балалар өсөн хирургия (2001) һәм реанимация (2001) бүлектәре асылғандан һуң, ҡатмарлы хирургик патологияһы булған балаларға консультатив ярҙам күләме киңәйә.

А.Ә.Ғүмәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика