“УФАХИМПРОМ”, ААЙ, гербицидтар, хлорорганик берләшмәләр, эпоксид ыҫмалалары, химик реактивтар һәм медицина препараттары етештереү өсөн саф матдәләр етештергән пр‑тие. Составына органик булмаған һәм органик кислоталар, химик технологиялар продукттары, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, улар өсөн ыҫмалалар һәм сеймал, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары инә. 2001 й. 4200 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): шыйыҡ хлор – 10,6, тоҙ кислотаһы – 43,7, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары – 14,2, каустик сода – 23,5, көкөрт кислотаһы – 29,8, хлорсульфон кислотаһы – 15,2, хлорамин Б – 6,3, монохлоруксус кислотаһы – 5,3, техник хлорбензол – 2,9, техник дифенилолпропан – 57,2, синтетик ыҫмалалар – 9,9.

1942 й. Өфө нефть эшкәртеү заводыныңкөкөрт кислотаһы цехы (1939 й. нигеҙләнә) һәм Өфөгә эвакуацияланған Рубежанск химкомбинаты (Украина ССР-ы) базаһында 768‑се дәүләт союз з‑ды булараҡ ойошторола, 1943 й. тәүге продукцияһы – көкөрт кислотаһы алына, 1948 й. алып Черниковск дәүләт союз химия з‑ды, 1956 й. алып Өфө химия з‑ды (1957 й. Өфө химик реактивтар з‑ды составына инә, 1942 й. “Натуркаучук” з‑ды булараҡ нигеҙләнгән), 1970 й. каустик сода етештереү өсөн Стәрлетамаҡ – Өфө тоҙ иретмәһе үткәргесе производствоһы файҙаланыуға тапшырыла, 1979 й. алып Өфө “Химпром” ПБ, 1993 й. – Өфө дәүләт производство пр‑тиеһы, 1997 й. – Өфө ДУП‑ы, 1998 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр монохлоруксус кислотаһы, трихлорэтилен, өҙлөкһөҙ схема б‑са хлорбензол, тетрахлорбензол (бөтәһе лә – 50‑се йй.) етештереү, титан ҡорамалдарҙы электр коррозияһынан һаҡлау ысулдары (70‑се йй.) һ.б. үҙләштерелә. Пр‑тие м‑н Х.Ә.Әзмәтов, М.С.Бәкеров, Р.Р.Ғатауллин, И.А.Горбунов, М.Ш.Ибраҡов, С.Л.Орёл, В.Д.Симонов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

К.Ш.Әмирханов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина